Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Март , 09:47

Дуҫлыҡ һәм берҙәмлек өсөн!

Үткән аҙнала «Ғаилә» үҙәге хеҙмәткәрҙәре һәм район ветерандар советы тарафынан йәнле осрашыу – түңәрәк өҫтәл ойошторолдо.Унда махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың ҡатындары һәм әсәләре, шулай уҡ бөгөнгө көндә хәрбиҙәрҙең һәм уларҙың ғаиләләре менән тығыҙ бәйләнештә булған ведомство хеҙмәткәрҙәре, социаль өлкә вәкилдәре саҡырылған ине.

Дуҫлыҡ  һәм берҙәмлек өсөн!
Дуҫлыҡ һәм берҙәмлек өсөн!

Осрашыуҙа иң беренсе сиратта актуаль мәсьәләләр тикшерелде. Эске эштәр министрлығының Йылайыр районы буйынса бүлексәһе участка инспекторы Сергей Алексеев хәҙерге ваҡыттағы төрлө мутлашыусыларҙың тап ошо төркөм кешеләре менән, йәғни һалдаттарҙың туғандарының ауыр эмоциональ хәлдә булыуын һәм психологик йоғонтоға бирелеүсән ваҡытын файҙаланып, әүҙем эшләүен билдәләне. Белгес бындай осраҡта үҙеңде нисек тоторға кәрәклеге тураһында тағы бер тапҡыр аңлатма индереп үтте. Был мәғлүмәт осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың барыһы өсөн дә бик актуаль булып сыҡты.


Сараға килгән Күп функциялы үҙәк етәксеһе Гүзәл Солтанова, «Ватанды һаҡлаусылар» фондының социаль координаторы Регина Әбделмәнова, район ветерандар Советы рәйесе Надежда Булавина үҙ хеҙмәттәре йүнәлешенә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе.


Артабан ғаилә хеҙмәте белгесе Рүзилә Айытҡолованың тәҡдиме буйынса яуҙа йөрөүсе егеттәребеҙгә амулеттар әҙерләү ойошторолдо. Улар мәктәп уҡыусылары яҙған хаттар менән яугирҙәребеҙгә ебәреләсәк. Шулай уҡ, ҡатын-ҡыҙҙар «Преображенск» социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенә барҙы, унда яугирҙәр өсөн киптерелгән продукттар әҙерләү барышы менән танышты. Осрашыу йылы сәй һәм күңелле аралашыу менән тамамланды.

Евгений ГОРДОВ фотолары.

Дуҫлыҡ  һәм берҙәмлек өсөн!
Дуҫлыҡ һәм берҙәмлек өсөн!
Автор: Ильфира Аккужина
Читайте нас