Әлеге ваҡытта был ерҙәрҙе файҙаланыу менән бәйле хәл ошолайыраҡ: уларҙың бер өлөшө хужалары тарафынан билдәләнгән тәртиптә рәсмиләштерелгән һәм үҙ аллы файҙаланыла йәки ҡуртымға бирелә, ә икенсе өлөшө хужалары тарафынан рәсмиләштерелмәгән һәм хужалыҡта ҡулланылмай тип иҫәпләнә. Бөгөнгө көндә ҡулланылмаған ошо ерҙәрҙе ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы ауыл биләмәләре милкенә тапшырырға мөмкин. Кәңәшмә барышында ошо эште дөрөҫ, бөтә нормативтарҙы үтәп, аҡыллы эш итергә һәм сағыштырмаса ҡыҫҡа ваҡыт эсендә нисек башҡарырға икәнлеге тураһында һүҙ барҙы.
Йыйылышта район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов, хакимиәт башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Вадим Шәйәхмәтов, райондың ауыл хужалығы идаралығы белгестәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм эштәр идарасылары, шулай уҡ ошо йүнәлештә эште башҡарыу өсөн йәлеп ителгән Башҡортостан Республикаһы буйынса Росреестрҙың кадастр инженерҙары Илдар Чанышев менән Ринат Табилов ҡатнашты.
Илдар Чанышев үҙ сығышында ҡайһы бер тикшереүҙәргә ярашлы районда ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙең дөйөм һанынан үҙ ваҡытында граждандар милкенә бүленгән ер өлөштәре ун ете мең гектар тәшкил итеүе, уларҙың һигеҙ меңдән ашыуы, 11 ауыл биләмәһе территорияһында урынлашҡан һәм ҡулланыуға кәрәкмәй тип һанала, тимәк, ауыл биләмәләре милкенә әйләнә алыуы тураһында әйтте. Ул ерҙәрҙе биләмә исеменә күсереү өсөн ниндәй эштәр башҡарырға, ниндәй тәртиптә һәм ваҡытта эшләнергә тейешлеге тураһында аңлатты.
Ринат Табилов ауыл биләмәләре хакимиәттәре тарафынан тейешле документтарҙы рәсмиләштереү менән бәйле өлөшкә туҡталды. Фекер алышыу барышында белгестәр кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Мәшәҡәттәре күп булған рәсмиләштереү эштәре кәмендә һигеҙ ай дауам итәсәк. Район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов әйтеүенсә, төп маҡсат – ошо ерҙәрҙең ысын хужаһы булыу, уларҙы файҙаға ғына ҡулланыу һәм килемде урындағы бюджетҡа индереү булып тора.
Евгений ГОРДОВ фотолары.