Ярыш шарттарына ярашлы ҡатнашыусылар пневматик винтовканан һәм уҡ менән атыуҙа, һөңгөнө мәргәнлеккә ырғытыуҙа үҙ көстәрен һынап ҡараны.
Бәйге һөҙөмтәләре буйынса 18 йәшкә тиклемге егеттәр араһында 1-се урынды Ҡашҡарҙан Илһам Юлгилдин яуланы. Юлдыбайҙан Рияз Әбсәләмов һәм Йомағужанан Урал Хәсәнов 2-се, 3-сө урындарға лайыҡ булдылар.
35 йәшкә тиклемге ир-егеттәр араһында Йылайырҙан Айҙар Байсурин – беренсе баҫҡыста, Йомағужанан Ирек Аҡҡужин – икенсе һәм Сәләхтән Мөнир Теүәлбаев – өсөнсө баҫҡыстарҙа билдәләнде.
35 йәштән ололар араһында Йылайырҙан Илгиз Аҡҡужин беренсе, Юлдыбайҙан Ришат Аҡҡужин икенсе, Йылайырҙан Ғәфүр Байморатов менән Сәләхтән Йәлил Ҡотләхмәтов өсөнсө урындарҙы яуланы.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Филиә Аҡҡужина (Йылайыр) 1-се урынға лайыҡ булды. Зилә Солтанова (Йылайыр) менән Илүзә Ҡоҙашева (Ҡашҡар) икенсе-өсөнсө урындарҙы бүлеште.
Вәлимә Такаева менән Сынтимер Мостафин (Ҡашҡар) спорт сараһының иң оло һәм иң йәш ҡатнашыусылары тип табылды.
Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар араһында теләүселәр скандинав йөрөшө буйынса ла ярышты. Был спорт төрөндә Филиә Аҡҡужинаға тиңдәр булманы. Лилиә Иҫәнбаева – икенсе, унан әҙ генә ҡалып, финишҡа килеп еткән Илүзә Ҡоҙашева өсөнсө урынды алды.
Сара һуңында барлыҡ ҡаташыусылар ҙа грамоталар, тейешле дәрәжә миҙалдар һәм бағыусыларҙан иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнде.