- Улым мәрхүм булғас йәшәү мәғәнәһен юғалтҡандай булдым. Ҡайғынан шаңҡып йөрөгән мәлемдә мине ошо үҙәктең етәксеһе Ғәлиә Хәйбулла ҡыҙы менән “Ватанды һаҡлаусылар” фондының социаль координаторы Регина Йәнғәле ҡыҙы волонтерҙар штабына саҡырҙы. Бында хеҙмәткәрҙәр, яу ҡырында йөрөгән егеттәребеҙгә тип көн дә нимәлер алып килеүсе райондаштар, минең кеүек улдарын юғалтҡан әсәләр менән аралашыу ысынбарлыҡҡа ҡайтарғандай булды. Үҙәктә мин күңел йыуанысы таптым. Яугирҙәребеҙгә әҙ булһа ла ярҙамым тейһен, тип көн ҡалдырмай йөрөргә тырышам, – ти оло йөрәкле әсә.
Ҡарлуғас апайҙың улы Дамир бала саҡтан шуҡ, һәр нәмә менән үтә ҡыҙыҡһыныусан булып үҫә. Илгәҙәк малайҙың теле лә иртә асыла. Мәктәптән һуң һөнәрселек училищеһында балта оҫтаһы һөнәрен үҙләштерә. Унан инде Тыуған ил алдындағы бурысын үтәргә хәрби хеҙмәткә алына. “Ысын ир-егет үҙ ғүмерендә йорт һалырға, ағас ултыртырға һәм ул үҫтерергә тейеш” тигән әйтем бар. Дамир ҙа йорт та һалған, кәләше Гөлсөм менән балалар ҙа үҫтергән, ағас та ултыртҡан. Махсус хәрби операция башланғас, ил именлеге өсөн яуға юлланған меңәрләгән батыр егеттәр кеүек, ул да ситтә тороп ҡала алмай. 2023 йылдың апрелендә үҙ ирке менән контракт буйынса хәрби хеҙмәткә юллана. Шул уҡ йылдың июль айында хәрби бурыстарын үтәгәндә һәләк була. Үлгәндән һуң юғары хәрби награда -“Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән билдәләнә...
Ҡарлуғас Мотаһар ҡыҙы Баймаҡ районы Аҡморон ауылында тыуған. Сибай ҡалаһында һөнәрселек училищеһында штукатур -маляр һөнәрен алған ҡыҙ йүнәлтмә буйынса Баймаҡ ҡалаһына эшкә ебәрелә. 1976 йылда тормошҡа сығып, ғаиләһе менән Ҡаҙағстандың Хромтау ҡалаһына килеп төпләнә. Унда төҙөлөштә мастер булып эшләй. 1977 йылда йәш ғаиләнең көтөп алған улдары Дамир донъяға килә. Ләкин, сит тарафтарҙа өс йыл йәшәп алғандан һуң, улын алып тыуған яҡтарына ҡайтырға ҡарар итә йәш әсә. Был ваҡытта тормош иптәше менән дә юлдары айырылған була.
Ҡабат Башҡортостанға ҡайтҡас, 1981 йылда йүнәлтмә буйынса беҙҙең районға эшкә ебәрелә. Йылайырҙа төҙөлөштә эш башлап торған йәш белгескә фатир ҙа бирәләр. Бер аҙҙан, үҙ ишен табып икенсегә тормошҡа сыға, тағы бер улға ғүмер бүләк итә. Тормош иптәшенең улына ла әсәлек наҙын тигеҙ бүлә оло йөрәкле ханым.
Эшкә егәрле, тырыш ҡатын ситән тороп юғары белем алыуға ирешә. Төҙөлөштән һуң проектлау ойошмаһында проектсы, райондың элемтә үҙәгендә иҡтисадсы булып эшләй. Йылайыр Коммуналь хужалығында инженер вазифаһында хаҡлы ялға сыға.
Яҙмыш аҙ һынамаған Ҡарлуғас апайҙы, үҙенең ныҡлығы, сабырлығы менән ауырлыҡтарҙы еңә алған көслө рухлы ҡатын менән һоҡланырлыҡ. Улдарына – ғәзиз әсә, килендәренә ихтирамлы ҡәйнә булһа, яҡындары өсөн туған йәнле, хәстәрлекле, изге күңелле кеше. Әлеге көндә ҡалған балаларының, 9 ейән-ейәнсәрҙәренең ҡыуаныстарын кисереп ғүмер итә Ҡарлуғас апай. Улдары Венер Иҫәнғолда йәшәй, полиция майоры. Кеселәре Илшат Мәләүездә төпләнгән, ”Эколайн” ойошмаһында инженер булып эшләй.