Ябай ғына тойолған эштәрҙе атҡарыу өсөн ғаилә менән эшләү буйынса белгес тәү сиратта кешене тыңлай белергә, йылы һүҙен йәлләмәҫкә тейеш. Сөнки был өлкәнең төп нигеҙе – кешелеклелек, итәғәтлелек һәм иплелек. Тәжрибәле белгес был йәһәттән үҙенең ҡанаты аҫтындағылар менән тәүлек әйләнәһенә бәйләнештә, улар өсөн ышаныслы таяныс. Аңлатыу эштәре алып барғанда, уның тәжрибәһе, аҡыллы кәңәштәре бик мөһим роль уйнай.
- Имен булмаған ғаиләне ауыр хәлдән сығарып алыуға кәмендә өс йыл ваҡыт кәрәк. Биргән кәңәштәргә ҡолаҡ һалып, ваҡытында тура юлға баҫҡан һәр ғаиләм өсөн ҡыуанам, тик ундайҙар һирәк, – тип әсенә белгес.
Үҙәккә килгәнгә тиклем Зөбәржәт Ғаяс ҡыҙы приютта, һуңынан мәғариф бүлегендә иҡтисадсы, милек менән идара итеү комитетында белгес булып эшләй. Ҡайһы өлкәлә эшләһә лә үҙен яуаплы хеҙмәткәр булараҡ таныта. Үҙәк етәкселеге лә унан бик ҡәнәғәт. “Бар эште еренә еткереп башҡарған, үҙ бурыстарына яуаплы ҡараған белгес. Үҙенең ҡул аҫтындағы ғаиләләр менән яҡшы эшләй, уртаҡ тел таба белә. Ҡуйылған йөкләмәләрҙе башынан аҙағына тиклем ентекле үтәй”, – ти етәксеһе Гөлсәсәк Садиҡ ҡыҙы уның хаҡында.
Эшендә яҡшы белегес, йортонда уңған хужабикә һәм хәстәрлекле әсәй ҙә ул. Оло улы Тимур юғары белем алып, эшләп йөрөй, ғаиләһе менән Өфө ҡалаһында йәшәй. Илназары Ҡазан милли тикшеренеү технология университетының һуңғы курсында. Бәләкәсе Мәликә -мәктәп уҡыусыһы. Балалары өсөһө лә бала саҡтан спорт менән дуҫтар, айырыуса баскетбол менән әүҙем шөғөлләнәләр, күп кенә ярыштарҙа ҡатнашалар. Илназар улы шулай уҡ музыка ярата, көйҙәр ижад итә.
– Яратҡан эшем, ышаныслы хеҙмәттәштәрем, ныҡлы терәгем – балаларым, туғандарым булыуы менән бәхетлемен, – ти Зөбәржәт Ғаяс ҡыҙы.
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә район мәҙәниәт йортонда үткән йыл йомғаҡтарына арналған сарала мәҡәләм геройы, тырыш һәм фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн, Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының почет грамотаһы менән билдәләнде.