Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Март , 16:22

"БПЛА ғәскәрҙәре фронтты алға әйҙәүсе төп көс”

Бөгөн махсус хәрби операцияла пилотһыҙ аппараттар ғәскәрҙәре төп ролде уйнай. Бер тәжрибәле оператор тотош взводҡа ҡаршы тора ала.

"БПЛА ғәскәрҙәре фронтты алға әйҙәүсе төп көс”
"БПЛА ғәскәрҙәре фронтты алға әйҙәүсе төп көс”

Өфөнән Макс позывнойлы яугир махсус хәрби операцияға 2023 йылдың апрелендә «Башҡортостан» полкы составында китә. Башта ул БМПла наводчик-оператор булып хеҙмәт итә. Бөгөн иһә алғы һыҙыҡта пилотһыҙ аппараттар йыйыу менән шөғөлләнә. Макс махсус хәрби операция башланғандан алып стратегия бер нисә тапҡыр үҙгәргәрҙе, ти.

- Махсус хәрби операцияға китеүемә апрелдә өс йыл тула. Хәҙергә тактика тулыһынса үҙгәрҙе: беҙ юғары технологиялар һуғышына күстек. Дрондар һәм улар менән идара иткән операторҙар ҙур роль уйнай. Шуға күрә «Башҡортостан» полкы базаһында пилотһыҙ осоу аппараттарын үҙебеҙ етештерәбеҙ һәм ремонтлайбыҙ. Ошонда уҡ БПЛА менән идара итергә өйрәтәбеҙ, - ти Макс, - Бөгөн БПЛА ғәскәрҙәре - фронтты алға әйҙәүсе төп көс. Бер оҫта оператор тотош взводты алмаштыра ала һәм беҙҙең армияны ҙур юғалтыуҙарҙан һаҡлай.

"Башҡортостан" полкы хәрби подразделениеларының береһендә БПЛА йыйыу цехы асылған. 3D-принтерҙар ярҙамында урында пластик катушкалар етештерелә, артабан оптик сүс менән идара ителеүсе дрондар йыйыла. Сөнки хәҙерге ҡораллы конфликттарҙа ошондай ҡорамалдарҙың роле ныҡ юғары. Ғәскәрҙәрҙең уңышы, һөҙөмтәлелеге иһә тәү сиратта пилотһыҙ системалар менән идара итеүселәрҙән тора.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әле Башҡортостанда яңы элиталы ғәскәрҙәр - пилотһыҙ системалар операторҙарын йыйыу бара. Ошо йүнәлештә контракт төҙөүселәр алғы һыҙыҡҡа ебәрелмәй, әммә улар МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн ҡаралған бөтә түләүҙәр һәм льготаларға хоҡуҡлы. Контракт төҙөү буйынса ҡыҙыу бәйләнеш телефоны - 122

Автор: Зөлфиә РӘХМӘТУЛЛИНА.

https://bashgazet.ru/news/geroy-ar-d-ere/2026-03-24/bpla-sk-r-re-frontty-al-a-y-se-t-p-k-s-4625501 

Автор: Ильфира Аккужина
Читайте нас