Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
1 Апрель , 09:34

Һауа торошо рекорд ҡуя!!!

Эҫе буласаҡ...

Һауа торошо рекорд ҡуя!!!Һауа торошо рекорд ҡуя!!!
Һауа торошо рекорд ҡуя!!!

Башҡортостанда рекордлы эҫе көндәр дауам итә
Республикала синоптиктар көн дә температура рекордтарын теркәй.

31 мартта Өфө-Дим метеостанцияһында +17° булған, тип хәбәр итә Башгидрометүҙәк. 2009 йылда тап ошо көндә +14,3° теркәлгән.

Был иһә республикала март айында етенсе температура рекорды. Метеорологтар аномаль эҫелекте Урта Азия далаларынан һәм сүллектәренән килгән һауа массаһының таралыуы менән аңлата.

Бөгөн, 1 апрелдә, көндөҙ +15, +20° тиклем йылы булыуы фаразлана. 2 һәм 3 апрелдә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә. Һауа температураһы төндә +1,+6°, урыны менән -4°, көндөҙ +12, +17°.

Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда 5 апрелгә тиклем уртаса һауа температураһының норманан 8-10 градусҡа юғарыраҡ булыуы көтөлә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-04-01/v-bashkirii-prodolzhaetsya-chereda-rekordno-zharkih-dney-4634844 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас