Йәмле майҙың аяҙ иртәһендә йоморо ғына малай тапты Ғәлимә. Акушерканың ҡулында сыйылдаған балаһына йотлоғоп ҡараны, таныш һыҙаттарҙы күрергә ымһынды. Һәм тапты ла! Бит яңағынан, ҡолаҡтарынан һәм хатта бармаҡ суҡтарынан уҡ Дәүләттең ҡанын аңғарҙы. Аңғарҙы ла бәхетле булып күҙҙәрен йомдо: йәнемдең сатҡыһы...
Бала табыу йортонан сыға торған көндө, рөхсәт һорап, табип бүлмәһенән, теге телефонға тағы ла шылтыратты, тағы ла Дәүләтте һораны.
– Ғаиләһе менән күсеп киттеләр. Шул – себергә, – тине апаһы.
– Китте?.. – Ғәлимә трубканы ҡолағына нығыраҡ ҡыҫты.
– Эйе. Былай, хәбәрләшеп торабыҙ, эшләгән еренән шылтырата ҡайһы саҡ. Нимәлер әйтергәме?
– Әйтегеҙ... улы бар тип...
Дәүләттән хат булманы. Шулай ҙа, улы барлығын ишеткәндер, бер-нисә тапҡыр Ғәлимә исеменә аҡса һалды. Тик ҡатынға аҡса түгел, ә һөйгәненең йылы һүҙе, аҙ ғына иғтибары кәрәгерәк ине. Мөхәббәтен белдергән кескәй генә билге, ым, ишара ла уны сәскә аттыра, йәнен йәннәткә алып инә ала ине. Ә Дәүләт өндәшмәне. Ғәлимә көттө. Ир юғалды.
Рәмилен һушһыҙ булып яратты ҡатын. Йәш әсәләрҙең барыһына ла балаһын ҡыҙғаныу, уға мөкиббән китеү хастыр, әммә Ғәлимәнең улына булған һөйөүе шул тиклем дә сикһеҙ һәм тәрән. Ҡарап туя алмай, һөйөп туя алмай, бер генә лә ҡулынан төшөрмәй, күҙ яҙҙырмай. Улыҡайы бит уға Дәүләттең күҙҙәре менән баға, ул булып йылмая һәм әсәһен ирекһеҙҙән татлы хыялдарға сумдыра.
...Бына ул улын етәкләп Дәүләттең ҡаршыһына килә. Ир уларға ҡосағын йәйгән...
...Ишекте киң асып Дәүләт килеп инә. Улы уға ҡаршы йүгерә...
...Дәүләт уның хатын асып, улы менән төшкән фотоһын ҡарап тора. Ауыҙы ҡолағына еткән...
– Атлап йөрөгән баланы нимәһен ҡулыңдан төшөрмәйһең шул? – тип, һуҡрана әсәһе, бәпәйен күтәреп тәҙрәгә төбәлеп ҡалған ҡыҙын һиҫкәндереп.
– А-ай... Ҡасан индең ул? – ти, Ғәлимә, ҡапыл уянып киткәндәй.
– Дауна...
Ҡыҙының һыҙылып һағышланғанын белеп-һиҙеп йөрөгән әсә, үҙ алдына һөйләнеп ҡуя:
– Э-эй... Күрәсәген күрмәй гүргә инмәй инде һәр кем...
Улына дүрт йәштәр тигәндә Ғәлимәне һората килделәр. Күптән ғашиҡ булып йөрөгән Ислам, ҡыҙҙы ситтән күҙәтте. Күҙе төшкәненең килгән әҙәмгә тағылып йөрөүен дә, машинаһына ултырып киткәндәрен дә, аҙаҡ ауырлы булыуын һәм әле бала ҡосаҡлап ҡалыуын да көйә-яна күтәрҙе. Йөрәгенән йолҡоп ташларға тырышҡанда ла, булманы, ныҡ тамыр йәйеп өлгөргәйне һөйөүе. Һәм әле ул, инде Ғәлимәне теге кешеһе килеп алмаҫына инанғас, бәхетен һынап ҡарарға булды.
Исламдың яусыһы теле шымарған һәм был эштә инде ярайһы тәжрибәһе булған Разия еңгәһе ине. Ул ҡышҡы эңерҙә тупһаны аша атланы ла, түргә әйҙәгәндә лә, ишетә һалмағандай, тора бирҙе. Өйҙәгеләр шунда ғына уның тышҡы ҡиәфәтенә иғтибар итте.
– Нимәсә кейенеп алғанһың шул? – тип көлдө әсәһе, – Ҡабаланғаның әллә?
– Бына: бер балағым тышта, икенсеһе эстә. Ҡыҙыл тауар эҙләп йөрөйөм. Һеҙҙең йортта бар тинеләр. Беҙҙә алыусыһы бар.
Шунда ғына хужалар килеүсенең ниәт айышын аңлап алып, ҡымырйышып киттеләр.
– Аһ-аһ... Бабай, ишеттеңме? Тор, сыҡ быяҡҡа, – тип, төп яҡтағы диванға терәлеп торған ирен ҡуҙғытты, ҡыҙына бойороҡ бирҙе: – Ғәлимә, сәй ҡуй.
Сәй артында Разия ҡәйнешенең етди ниәтен еткерҙе:
– Бөгөндән күсереп алыр йорто бар, донъяһы-малы вис теүәл. Баланы... баланы ла үҙ исеменә яҙҙыра. Ҡаҡмай-һуҡмай, бер ауыр һүҙ ишеттермәй йәшәтермен, тип, өҙөлөп тора инде.
Атаһы менән әсәһе үҙ-ара ҡарашып алып, ҡыҙҙарына төбәлде. Тик Ғәлимә ситкә боролдо. Уның күңеле хыялындағы күренештәренән азат түгел ине әле. Була ла алмай. Сөнки уларҙы көн дә-көн дә терелтеп тора торған улыҡайы бар.
– Йә? – тине уға әсәһе.
Яуап бирмәне ҡатын, балаһын ҡосаҡлап төпкө яҡҡа инде лә китте. Ололар бер аҙ һүҙһеҙ ултырҙы. Ахырҙа, яусы үҙе шымартып ҡуйҙы:
– Ярай... Ҡапыл өҙөп-йолҡоп ҡыла торған ғәмәл түгел. Ишетте... уйлар... үлсәп-нейтеп ҡарар. Беҙ, ней, көтәрбеҙ. Көтөр...
Разияны оҙатҡас, әсәһе, ҡыҙы ҡолағына еткереү өсөндөр инде, фекерен белдереп ҡуйҙы:
– Арыу заттан Балдыбайҙар. Уларҙың бисәләре, ана, балда-майҙа йөҙөп йәшәй. Дастуйын ир бит Ислам үҙе лә. Олораҡ булһа ней... Йәшәгән әҙәм йыш абынмаҫ.
Көттө Ислам. Сабыр булып, дәрәжә һаҡлап, баһа тотоп. Бер-ике тапҡыр әлеге еңгәһе аша саҡыртып сығарып та һөйләште. Ғәлимә уны артыҡ ҡыҙыҡһыныуһыҙ, әммә шым ғына тороп тыңланы.
– Ғәлимә, мин һине ихлас яратҡандан киләм... – тине, егет, өҫтән аҫҡа мөлдөрәп ҡарап, -- Һине бәхетле итеү өсөн әллә ниҙәргә лә ризамын.
Һәм шундай һөйләшеүҙәрҙең береһендә, бығаса һәр саҡ шым ҡалған ҡатын, шартын ҡуйҙы:
– Әгәр минең улыма бер ваҡытта ла ҡырын ҡарамаҫ һәм ҡаты һүҙ әйтмәҫкә ант итһәң?..
Ислам күкрәк тултырып тын алды ла, өҙә һуҡты:
– Ант!
Бер аҙ ваҡыттан никах уҡытып, ҙур булмаған мәжлес йыйып билдәләп, йәшәп киттеләр. Исламдың яңы өйөндә ысынлап бөтә нәмә лә бар, кәртәлә малдары тулып тора. Бары тик ошо барлыҡҡа йән өрөүсе, ҡот алып инеүсе ҡатын ғына етмәй торған. Ғәлимәнең артыҡ дәрте булмаһа ла, кеше алдында йөҙ һаҡларға тырышып, килгәс тә йортто бер ҡат йыуып-йышып, үҙ бирнәһе менән биҙәп, сынъяһау итеп ҡуйҙы. Исламдың бәхетенең сиге булманы. Ул йәш ҡатынын һөйөп, иркәләп туйманы, күҙ ҡарашынан аңлап, теләгәнен алдына алып килеп һалыр мәжнүнгә әйләнде. Барыһы ла ал да гөл һымаҡ барҙы. Ғәлимәнең йәшерен һағышын, йөрәгенең иң төбөнә бикләнгән мөхәббәтен һәм улына булған сикһеҙ һөйөүен күҙгә элмәгәндә. Күпмелер ваҡыт йәшәгәс, Ислам ҡатыны өсөн беренсе урында балаһы торғанлығын ныҡлап төшөндө һәм шул бәләкәсте шатландырыу әсәһен дә риза итеү икәнде аңларлыҡ булды. Ҡатыны йөҙөндә саҡ ҡына бер йылмайыу, рәхмәт белдереп баш ҡағыу йә аҙ ғына йылы ҡараш тойоу өсөн ир малайҙы бүләктәр, уйынсыҡтар менән күмде, матайынан төшөрмәҫ булды.
Йыл самаһынан ҡыҙҙары тыуҙы, унан тағы бер ҡыҙ, өсөнсөгә малай. Балаларҙың береһе йүгереп китеүгә, икенсеһе ҡорһаҡта етешеп, аллы-артлы аяҡҡа баҫа килделәр. Һәр береһе татлы, һәр береһе ғәзиз булды уларҙың, әммә ни ғиллә менәндер, береһе лә әсә йөрәгендәге Рәмилдең йәнәшәһен биләй алманы. Ғәлимә өлкән улына иң тәмлене, иң яҡшыны беренсе тотторҙо. Унда ҡарашын оҙағыраҡ туҡтатты һәм был ҡараштан хәсрәт ҡатыш һөйөү түгелеп торҙо. Быны ул бер нисек тә йәшерә, ә башҡалар күрмәйсә булдыра алмай булып сыҡты. Ислам нисә йылдар үҙенә шул ҡараштың, шул хистәрҙең бер өлөшө булһа ла тәтерен көтөп зарыҡты. Тора-бара тамам өмөтөн өҙөп, оло аҡылы менән бынан уға зыян юҡ икәнлеген баһалап, күнде. Ҡыҙҙары ла Рәмилде өлкән ағайҙары итеп ҡабул итте һәм уға булған айырым иғтибарҙы ҡабул ҡылды. Ә бына кинйәләре Йәмил ризалашырға теләмәне.
– Һин ағайҙы нығыраҡ яратаң! Мине түгел! – тип янъял ҡуптарып алырға ла күп һораманы. Үҙенең ҙур ғаиләнең яратҡан төпсөгө икәнлеген белә башлаған сағы ине.
– Юҡты һөйләмә, -- тине уға Ғәлимә, -- Ағайың ҙур, шуға уға ла хөрмәт ҙурыраҡ булырға тейеш.
– Юҡ! Һин уны гел маҡтайһың, ә мине – юҡ! Уны һөйәһең, ә мине гел түгел...
Үс иткәндәй, Рәмил үҙе лә бәләкәйҙән бер тиктормаҫ, ҡулсыр бала булды, ҡайҙа ла йә күҙгә, йә телгә эләкте. Үгәй атаһының нимәһен генә боҙманы: сәғәтен дә, радиоһын да тиреп ҡараны, паспортына һүрәт төшөрҙө, аҡсаларын ҡайсыланы, фотоальбомын сыйғыланы, шахматттарын усаҡҡа тыҡты... Быларҙы ул, әлбиттә, балалыҡ ҡыҙыҡһыныуы менән башҡарҙы. Әммә бер нәмә өсөн дә әрләнеү, иҫкәртеү йә тыйыу булмағас, ярамай икәнлеген белмәне. Үҫә бара иһә төшөндө, тик инде үҙенсә ҡыланырға, һүҙен һүҙ итергә күнеккәйне. Күршеләрҙең ҡаҙ себешенә таш һелтәп торғанында, хужабикәһе күреп ҡалып, әрләп ҡайтарҙы. Илап килгән малайынан сәбәбен белешкән Ғәлимә, кер йыуып торған еренән, ҡулын да һөртмәйенсә күршеләренә йүгерҙе һәм ҡапҡанан инеү менән өлкән ҡатынға ябырылды:
– Рәйсә апай, нишләп минең улымды әрләнегеҙ ул? Илатҡанһығыҙ!
Бәпкәләрен йыйып маташҡан күршеһе аптырап китте:
– Аһ-аһ, килен... Күрәләтә таш ата бит... Былар ней, ыуыҙ ғыналар бит әле, хәҙер ятыр ҙа үлерҙәр, тигәйнем генә...
– Үлмәгән дә инде! Кеше балаһына улайтмағыҙ ҡабат.
– А-аһ... Ярай һу-уң... – тип кенә ҡуя алды тегеһе.
Мәктәптә лә Ғәлимәнән әрләнмәгән уҡытыусы һәм ата-әсә ҡалманы. Рәмил бер нәмә өсөн дә яуап бирмәне һәм ғәйепле булманы. Уға бындай хоҡуҡты әсәһе яулап алып бирҙе. Һәм өйҙә лә, ауыр эштәрҙә, утын-бесән-кәртә кеүек саңлы, бысраҡ мәшәҡәттәрҙә малайҙы ҡатнаштырманы. Исламдың: “Өйрәнер ине...” тип һүҙ башлауын да: “Үҙ балларыңды ек, минең улымды йомшама” тип кенә ҡырҡты. Ҡатыны менән һүҙгә килешергә яратмаған һәм шул сәбәпле генә ғаилә тыныслығын боҙоуҙан ҡурҡҡан ир, ныҡышманы. Тора-бара ярҙамсыһы ла булды, Йәмилен кескенәнән эйәртеп йөрөтөп барына ҡушты. Кинйәләре шуға беше, йылдам, эшлекле бала булып ҙурайҙы. Аталары шуға ҡәнәғәт булып, өлкәненә күҙ йомдо.
Ғәлимә баш балаһын саманан тыш яратты. Уға барыһын да ғәфү итте, бөтәһен дә рөхсәт итте, бер теләгенә лә ҡаршы килә, нимәнәндер мәхрүм итә алманы. Быларҙы ул йөрәгендәге ғүмер буйына ла үлмәй, юғалмай йәшәгән һөйөүенең талабы итеп ҡабул итте. Дәүләттең үҙе булмаһа ла, уның бер өлөшө бар, үҙен юғалтһам да, бер сатҡыһына эйәмен, тип уйлап йыуанды.