Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Апрель , 14:15

2 апрелдә Өфө пилотһыҙ осоусы аппараттар һөжүменә дусар булды

Бер нисә дрон нефть эшкәртеү заводтарына яҡынлашып килгәндә бәреп төшөрөлгән, береһе Ғафури урамындағы торлаҡ йортҡа эләккән.  

2 апрелдә Өфө пилотһыҙ осоусы аппараттар һөжүменә дусар булды
2 апрелдә Өфө пилотһыҙ осоусы аппараттар һөжүменә дусар булды

2 апрелдә Өфө пилотһыҙ осоусы аппараттар һөжүменә дусар булды. Бер нисә дрон нефть эшкәртеү заводтарына яҡынлашып килгәндә бәреп төшөрөлгән, береһе Ғафури урамындағы торлаҡ йортҡа эләккән.

Ошоға оҡшаш осраҡтарҙа һөжүм урынында фото һәм видео материалдарын төшөрөүҙән һәм таратыуҙан тыйылыу бик мөһим. Бындай кадрҙар дошман өсөн разведка мәғлүмәттәренә әйләнә. Улар ярҙамында һәләкәт урынын билдәләргә, һуғылыу эҙемтәләрен баһаларға, дрон траекторияһын күҙәтергә һәм Һауа һөжүменән һаҡланыу системаларының эшен анализларға мөмкин.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр, Оборона министрлыҡтарынан, хоҡуҡ һаҡлау йәки урындағы власть органдарынан рәсми хәбәр алғанға тиклем:

- осоштар, БПЛА-ның ҡолауы һәм һөжүм эҙемтәләре кадрҙарын төшөрөү һәм баҫтырыу;
- ватыҡтарының, емереклектәрҙе, махсус хеҙмәттәрҙең һәм Һауа һөжүменән һаҡланыу системаларының эш урындарынан фотолар һалыу;
- осоу траекторияһы йәки бәрелеш нөктәһе тураһында мәғлүмәттәр таратыу тыйыла.

БПЛА һөжүме ваҡытында:

❶ бер ниндәй материал да төшөрмәгеҙ һәм баҫтырмағыҙ.
❷ мобиль ҡоролмаларығыҙҙа геолокацияны һүндерегеҙ.
❸ хәл тураһында махсус хеҙмәттәргә хәбәр итегеҙ.

Был талаптарҙы боҙоу юридик яуаплылыҡҡа килтерә һәм ҡала именлегенә хәүеф тыуҙыра.

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты кәңәш итә:

✓ Шәхси хәүефһеҙлекте тәьмин итер өсөн ике төп мобиль ҡушымта ҡуйығыҙ

✓ “БПЛА осраһа нимәләр эшләргә” күрһәтмәһе менән танышығыҙ

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан

Автор: Ильфира Аккужина
Читайте нас