Ауылдарыбыҙҙа, ғөмүмән әйткәндә һәр йортта, һәр ғаиләлә тиерлек илебеҙ, республикабыҙ, районыбыҙ тарихын һаҡлаған ҡомартҡы бар.Ҡомартҡылар тере тарих һаҡлай, уларҙың һәр береһендә тарихтың йөҙө сағыла, беҙ улар аша үткәндәр менән танышабыҙ һәм киләсәк быуынға таратабыҙ.
Эйе, халҡыбыҙҙың үткәне бик бай. Боронғо ҡорамалдар булһынмы, уйын ҡоралдары булһынмы, йорт кәрәк-яраҡтары һәм башҡа төрлө ҡомартҡы ла беҙҙең үткәнебеҙ, киләсәгебеҙ тарихына килеп тоташа. Шулай ҙа, ябай ғына төймәне лә ошо исемлеккә индереп, уның кеше тормошонда ҙур ғына роль уйнауын билдәләү нәҡ беҙҙең районда барлыҡҡа килгән «Тарихлы төймә» проекты сиктәрендә билдәләнә.
Был проекттың тарихы, йәки башы, уның төп ҡомартҡыһы – район биләмәһендәге Оло һаҙ торағында табылған, бронза дәүеренә ҡараған төймә булып тора. Был төймәне 2006 йылда ҡаҙыныуҙар барышында тапҡандар, ул 4,5 мең йыл элек эшләнгән булған.
Быйыл матрайҙар «Айыҡ ауыл» республика бәйгеһендә ҡатнашты һәм «Тарихлы төймә» проектына ярашлы бик шәп конкурс башлап ебәрҙе. Шулай итеп үҙенсәлекле ҡомартҡы хөрмәтенә районыбыҙҙа «Тарихлы төймә» конкурсы иғлан ителде. Конкурс еңеүсеһенә шәп бүләк– Матрай ауылы өҫтөнән аэростатта осоу өсөн өс кешелек сертификат тапшырыласаҡ! Ҡыҙыҡлы конкурста ҡатнашырға теләүселәрҙе уның ябай ғына шарттары менән таныштырабыҙ: «Мин насар ғәҙәттәрҙән баш тартам», йәки «Мин ғәҙәтемде үҙгәртәм» тигән һүҙҙәрҙе әйтеп үҙегеҙҙәге төймәне киҫеп алған мәлде ҡыҙыҡлы итеп видео төшөрөгөҙ һәм уны «Бәйләнештә»ге Матрай ауылының vk.com/club232611862 (ВКонтакте) төркөмөнә ебәрегеҙ. Шулай уҡ, төймәгеҙҙе түбәндәге адрес буйынса ебәрергә онотмағыҙ: 453694, БР Йылайыр районы Матрай ауылы, Салауат Юлаев урамы, 41-се йорт.
Видеоға төшөргә теләмәгән осраҡта ла төймәне ҡабул итеү ойошторолған. Был төймә Матрай ауылындағы үҙенсәлекле төймәләр музейына тапшырыласаҡ.
Ә инде еңеүсене тауыш биреү юлы менән билдәләйәсәктәр. Был осраҡта күберәк йөрәк йыйған конкурсанттың еңеүгә ышанысы ла күберәк була, әлбиттә!
Дуҫтар! Шәп конкурсҡа һеҙ ҙә ҡушылығыҙ!
Фотолар район хакимиәте башлығы Борис Николаевич Мелкоедовтың рәсми битләүенән алынды.