+20 °С
Облачно


Ҡайын һуты миҙгелен астығыҙмы? Ҡайын һуты бик файҙалы. Әммә уны оҙаҡ һаҡлап булмай. Шулай ҙа, уңған хужабикәләр ҡышҡылыҡҡа ҡайын һутын һаҡлап ҡалыу сараһын тапҡан да инде. Кемдер туңдырғыста алып ҡалһа, кемдәрҙер компот яба.
Бының өсөн:
– 3 литр ҡайын һуты;
– ярты әфлисун;
– 160 грамм шәкәр (6-7 аш ҡалағы)
– ярты балғалаҡ лимон кислотаһы.
Ҡайын һутын шәкәр, лимон кислотаһы ҡушып ҡайнатырға. Һыуынғас тағы ҡайнатып әфлисун һалынған стерилләнгән банкаларға ҡойоп ябырға кәрәк.