

Ғаиләлә иң олоһо булып донъяға килгән «Фара» мәктәптән һуң Юлдыбайҙағы һөнәрселек училищеһында уҡый, шоферҙар әҙерләү курсын тамамлай. Йылайырҙа пилорамала эшләй. 2024 йылда үҙ теләге менән махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Ҡаты бәрелештәр барышында ауыр яраланып госпиталгә эләгә, күп операциялар үткәрә. Дауахананан һуң, уҙған йылда тыуған яҡтарына ҡайтып, яҡындары менән күрешеп тағы ла юлға сыҡҡан. Яу яланында күрһәткән батырлыҡтары өсөн яугир миҙалдар менән бүләкләнгән. Был наградалар уның Тыуған ил алдындағы ҡаһарманлығы һәм Ватанына тоғролоҡ билдәһе булып һаҡланасаҡ.
Көнөн изге доғалар, илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ килһен тигән теләктәр менән башлай Рәйлә апай. Күңелгә ауыр мәлдәрҙә тап доғалар ҡоткара, тип һанай ул.
Яугир әсәһе Рәйлә ханым Юлдыбай ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. Урта мәктәпте тамамлағас, Йылайыр һөнәрселек училищеһында һатыусы һөнәрен үҙләштерә. 1993 йылда тормош иптәше, Һаҡтау ауылы егете Фәхретдин Хәйретдин улы менән тормош ҡороп, Йылайырҙа төпләнәләр. Тәүҙә үҙәк дауаханала санитарка, аҙаҡ мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләй. Аяҡтарына операция эшләтеү сәбәпле эшенән китергә мәжбүр була. Ғаилә башлығы бынан биш йыл элек мәрхүм булған. Бөгөн тормош йөгөн үҙе тартҡан Рәйлә апайға ике улы һәм ҡыҙы тормош мәғәнәһе, күңел йыуанысы булып тора. Оло улы илебеҙ именлеге һағында, ҡыҙы Таңсулпан ғаиләһе менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй, бер ул үҫтерә. Ҡала мәктәптәренең береһендә балаларға рус теле һәм әҙәбиәтенән һабаҡ бирә. Кинйә улы Салауат Н.Р.Ириков исемендәге урта мәктәптең 7 класс уҡыусыһы.
Ауыл ҡатын-ҡыҙының тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эштәре, мәшәҡәттәре араһында үҙенең яратҡан шөғөлө менән дә булышып өлгөрә, әңгәмәсем. Тәбиғи таштарҙан матур биҙәүестәр эшләй, балсыҡтан төрлө әкиәт геройҙарын әүәләй, мочалкалар бәйләй. Ваҡытлыса элекке эш урынына сығып ауырып киткән коллегаларын алмаштыра, «Ғаилә» хеҙмәте белгестәре яугир әсәләре өсөн ойошторған сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Үҙәктә ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә күрһәткән Рәйлә апай, үҙ белгәндәре менән бүлешкән.
Амин, шулай булһын! Илебеҙ һағында торған яугирҙәребеҙ үҙ аяҡтарында, теүәл генә яҡындары янына тиҙерәк ҡайтһын, яҙҙар менән Еңеү килһен!