Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
15 Апрель , 08:25

Фестиваль ҡыҙғандан-ҡыҙа

Исемле йыл сиктәрендә уҙғарылған «Беҙ бер өйҙән» халыҡ ижады район фестиваль-конкурсына старт бирелеүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде. 10 апрель көнө, район мәҙәниәт йорто сәхнәһендә фестивалде дауам итеүселәр – Үрге Ғәле һәм Яманһаҙ ауылдары биләмәләре һәүәҫкәр артистары бай йөкмәткеле концерт менән сығыш яһаны. Әллә күпме таланттарҙы табып, улар менән ентекле репетициялар үткәреп, ныҡлы әҙерлек менән килгәндәр ине ике ауыл биләмәһе лә. Тамашасылар уларҙың һәр сығышын ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡарап, алҡыштарға күмде.

Фестиваль ҡыҙғандан-ҡыҙаФестиваль ҡыҙғандан-ҡыҙа
Фестиваль ҡыҙғандан-ҡыҙа

Концерт программаһын Яманһаҙҙан Гөлйемеш Иҫәндәүләтова асып ебәрҙе, уның башҡарыуында күңелле «Сәләм» йыры залды дәртле моңға күмде һәм концертҡа үҙенсәлекле старт бирҙе. Артабан сараны Байғужа һәм Сидоровка ауылдарының «Аҡ тамыр», «Йәшлек» ҡатын-ҡыҙҙар ансамблдәре, «Гәүһәркүл» этно-фольклор төркөмө дауам итте. Улар башҡарған дәртле йырҙар бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Гөлсиә Мостафина, Люциә һәм Нәсимә Һеләүһеновалар ҙа үҙҙәренең матур тауыштары менән халыҡ һөйөүен яуланы. Яманһаҙ таланттары араһында моңло тауышлы Камила Хәйризаманова, Суфия Альберг, Гөлйемеш Иҫәндәүләтова, Наталья Ивлева һәм Наталья Серебряковалар үҙенсәлекле башҡарылған йырҙары менән һөйөндөрҙө. Шулай уҡ Яманһаҙҙарҙың «Әхирәттәр» ансамбле, Һултантимер ауылының ҡатын-ҡыҙҙар коллективы башҡарған йырҙарҙы тамашасылар яратып тыңланы, улар бейегән күмәк бейеү ҙә концерттың уңышына тос өлөш индерҙе.

Ә инде Гүзәл Бирҙеғолованың «Рус түгелмен, ләкин россиян мин» шиғырын тасуири һөйләүе һоҡландырҙы, сараға килеүселәрҙә ғорурлыҡ хисе уятты. Нурзидә Вәлиева менән Ләйсән Ҡотоева иһә тамашасыларҙы башҡорт, рус һәм һинд бейеүҙәре менән ҡыуандырҙы. Сибай концерт-театр берекмәһе бейеүсеһе Илсур Юламановтың ауылдаштары намыҫын яҡларға ҡайтып, тамашасыларға бейеү бүләк итеүе концертҡа биҙәк өҫтәне. 2021 йылда «Байыҡ» телевизион бейеү конкурсында икенсе урын яулаусы, Үрге Ғәле ауылы биләмәһенең «Йәйғор» фольклор ансамбле башҡарыуында «Килен һөйөү» бейеүе сараның иң кульминацион нөктәһе булғандыр. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәнил Әсәҙуллин ҡуйған был күмәк бейеү сараға йәм, күңелдәргә дәрт өҫтәне. Һәм ғөмүмән, Үрге Ғәле һәм Яманһаҙ ауыл биләмәләренән килгән таланттарҙың кемеһендер айырып әйтеүе ауыр – һәр кеме дөйөм уңыш өсөн бар тырышлығын һалып, үҙенсәлекле сығыш яһаны. «Афарин»дан башҡа ни әйтәһең уларға!

Автор фотолары.

Фестиваль ҡыҙғандан-ҡыҙа
Фестиваль ҡыҙғандан-ҡыҙа
Фестиваль ҡыҙғандан-ҡыҙа
Автор:Розалия Такалова
Читайте нас