Унда республика башлығы, төрлө министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре, йәштәр ойошмалары активистары ҡатнашты. Республикабыҙҙа киләсәктә демографияны үҫтереүҙә ниндәй алымдар ҡулланыласағы хаҡында хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина һөйләй.
2026-сы йыл Башҡортостанда ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителгән. Ошо уңайҙан был көндәрҙә төбәктә республика етәкселеге стратегик башланғыстар ассоциацияһы менән берлектә аналитик сессия үткәрә. Башҡортостанда демография өлкәһендә эҙмә-эҙлекле эш итеү системаһын булдырыу буйынса әүҙем эш башлана. Бер нисә күрһәткес репродуктив йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар араһында тыуым кимәленең түбәнәйеүен күрһәтә.
Мәсьәлә етди иғтибар һәм етди ҡарарҙар талап итә. Был хәлгә йоғонто яһаусы меңәрләгән сәбәп бар, әммә төп сәбәптәрҙең береһе — тыуымдың кәмеүе. Башҡортостанда аборттар буйынса һандар ҡыуандырмай, арта бара. Радий Хәбиров белдереүенсә, был хәлде яҡшыртыу өсөн комплекслы эш башҡарыу мөһим. 10 йыл дауамында Башҡортостанда тыуым кәмей бара. Әгәр ҙә беҙ хәҙер үк был хәлде яҡшыртыу буйынса бер нимәлә лә эшләмәһәк артабан да шулай дауам итәсәк.
Бының өсөн Республикала иҡтисади, ижтимағи-сәйәси хәлде яҡшыртыу, дауаханаларҙа шарттар булдырыу беҙҙең иң тәүге маҡсаттарҙың береһе, тине Радий Хәбиров. Шулай уҡ...Шулай ҙа ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы инфраструктураһына ла иғтибар итергә кәрәк. Һуңғы ике йылда республикала 15 ҡатын — ҡыҙ консультацияһы асылған, шуларҙың 4-е-быйыл, етәүһе планда. «Ғаилә» милли проекты ярҙамында төбәктә перинаталь үҙәктәр төҙөкләндерелде. Яңы тыуған сабыйҙарҙы тәрбиәләүҙең алдынғы технологияларын индерәләр. Башҡортостанда демографияны яҡшыртыу буйынса башҡараһы эштәр байтаҡ. Мәҫәлән яңы ғына балалары тыуған, шул уҡ ваҡытта төрлө ойошмаларҙа эшләп йөрөгәндәр менән тығыҙ мөнәсәбәттә булыу. Башҡортостанда 74 меңдән ашыу күп балалы ғаилә йәшәй. 200 меңдән ашыу ғаилә 50-нән ашыу ярҙам саралары ала.