Ауыл уттары
+24 °С
Облачно
Йәмғиәт
13 Мая , 09:12

“Аутизм: Баланың үҙсәнлектәре буйынса берҙәм эш алып барыу.”

Беҙҙе уратып алған тирә-яҡ мөхиттә аутизм менән ауырыған балалар өсөн ғаилә иң мөһим урында тора.Ауырыу балалы ғаиләгә иң беренсе белгестәр ярҙамы талап ителә.Дефектолог Оксана Минаева әйтеүенсә ,ауырыуҙың тәүге билдәләрен күргәс  тә балаға ярҙам итер өсөн ғаилә менән берлектә  коррекцион эш башларға кәрәк.

Йөкмәткеһе

1.Ресурстарҙы алмашып балаға ярҙам итеү.

2.Эш методтары һәм маҡсат килешеү буйынса булырға тейеш.

3.Аутизм ауырыу балаларын ата-әсәләр нығыраҡ аңлай.

3.Телмәрен үҫтереү.

4.Стереотиптар ,бала тәртибендә бер үк күренештәр.

Ресурстарҙы алмашып балаға ярҙам итеү.

Тирә-яҡ мөхиттә аутизм ауырыуҙың билдәләрен күреп, балаға ярҙам итеүе бик ауыр,сөнки ауырыу билдәләре ябай  кешеләр өсөн күренмәй һәм беленмәй.Аутизм икәнен асыклау өсөн бала менән оло кеше араһында контакт булдырырға  кәрәк.Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә,ауырыу билдәләрен асыҡлар өсөн эште этап менән яйға һалырға кәрәк.Балаға һәр яҡлап ярҙам итер өсөн”өсмөйөш” (ата-әсә,белгес,бала) барлыҡҡа килтерәбеҙ.Улар бөтәһе лә тигеҙ ҡатнашыусы.Дөйөм маҡсат: балаға ярҙам итеү һәм ҡурсалау.Был “өсмөйөштә”һәр ваҡытта бер-береңә информация биреү,тәжрибә менән уртаҡлашыу  бара. Ата-әсә үҙ сиратында ҙур көс һалып,ваҡыттарын  бүлеп белгестәр менән контакт булдырырға тейеш.Бала менән занятиелар этап менән үткәрергә  була.Ата-әсәләргә  белгес биргән тәҡдимдәрҙе күҙ уңында тоторға кәрәк.Үҙ эшен яҡшы белгән белгестәр ата-әсәнең күҙәтеүенән сығып ҡына ярҙам итә ала.Белгестәр баланың тәртибен,характерын ҡарап,ҡыҙыҡһыныуын иҫәпкә алып хеҙмәттәшлек итә.Балала булған негатив күҙәтеүҙәр ситтә ҡалмаҫҡа тейеш.Киләсәктә белгестәр өсөн алдағы эшмәкәрлекте ниндәй йүнәлештә алып барырға икәнен күрһәтә.Был коррекцион эш ваҡытында ҙур “эш ҡоралы” булып тора.

Ата-әсәләр өсөн,тәү сиратта иң мөһиме,педагог,белгестәрҙең йәки дефектологтарҙың фекерен ишетеп,тыңлап,баланың дөйөм хәлен,торошон күҙәтеп барырға тейеш.Белгестәр эштең һәр этабын контролдә тоторға һәм ата-әсә менән хеҙмәттәшлек итә.Мәҫәлән,”Бөгөн үткәргән күнекмә баланың хәл торошон ,һаулығын нығытыуҙа кәрәкме?”тигән һорауҙы ҡуя ата-әсә үҙенә.Шулай уҡ педагогтар биргән күнекмәне ата-әсә бала менән өйҙә үҙ аллы ҡабатлай ала.Алдағы көндәрҙә ниндәй перспектива күҙәтелә.Белгестең биргән кәңәше ата-әсә өсөн мотивация булып тора.

Эш методтары һәм маҡсаты килешеү буйынса булырға тейеш

Иң мөһиме ,төп ресурс булып аутизм  ауырыу баланы тәрбиәләгәндә ул- түҙемлек .Бындай балаға ярҙам итеү йылдар буйына дауам итә.Был ваҡытта ҙур уңыштар,энтузиазм,шулай уҡ арыу,киләсәккә өмөт булмау,үҙ-ара бер-береңде аңлап етмәү күренештәре лә булыр.Был ваҡытта уңышһыҙлыҡты бер-береңдән күреү,белгестәр биргән рекомендациялар ҙы дөрөҫ теүәл үтәлмәй тип бер- береңдән ғәйеп  эҙләй башлайҙар.Шуны аңларға кәрәк,бөтә ауыр периодтарҙы бергәләп үткәреүе еңелерәк.Һөҙөмтәләр булһын өсөн эштең һәр этабын маҡсатҡа ирешеү өсөн ,эште килешеп башҡарыу талап ителә.Мәҫәлән,бер белгес баланың эмоциональ үҫешен күҙәтһә,икенсеһе стереотип тәртибен үҫтереү өҫтөндә эшләй.Был эш төрлө йүнәлештә алып барыла(береһе мейенең эшмәкәрлеген  яҡшыртһа,икенсеһе тәртибен мейе эшмәкәрлеге буйынса яйға һала),шуға ла уны төрлө периодта башҡарар кәрәк.Тимәк,”команда” эшен дөрөҫ алып барыу мөһим.Үҙ-ара аңлашып эш алып барылмай икән ,балала ҡурҡыу барлыҡҡа киләһәм ауырыуҙың киҫкенләшеп китеүе бар.Белгестәр үҙ-ара яраҡшып,эш методтарын кәңәшләшеп ,һөҙөмтә күреү ваҡытын билдәләп эшләһендәр.

Берҙәм һәм һөҙөмтәле эшләү алгоритмдары:

*проблема(симптом)күреү-ул уртаҡ мәсьәлә .Ул  ата-әсә менән белгестең хеҙмәттәшлек итеп эшләүе.

*нейрофизиологик  механизмды иҫәпкә алып ,бала ни өсөн былай эшләне ?тигән һорауға яуап эҙләү.Беренсе сиратта бында “команда” эше тора.

*дефектолог,педагог,ғаилә-бер маҡсат ҡуя.

Бала менән контакт  билдәләнгән ваҡытҡабулмаһа кәйефте төшөрөргә ярамай.Мәҫәлән,телмәр үҫтереүҙә карточкалар ҡулланғанда.Күп осраҡта бала һеҙҙең өмөтөгөҙҙө аҡламаясаҡ,сөнки ул ололар ярҙамына бик ныҡ мохтаж булып тора.Шуның өсөн төрлө ситуацияға әҙер булыр кәрәк.

Аутизм ауырыулы балаларын ата-әсәләр нығыраҡ аңлай.

Аутизм ауырыулы балаларҙы реабилитация үткәргәндә төп йүнәлеш ул-телмәр үҫтереү.Бала менән уртаҡ эште яйға һалырға кәрәк.Белеүебеҙсә,бала бында тигеҙ хоҡуҡлы ҡатнашыусы һанала.

Бер-береңде аңлау өсөн “Нимәгә мин һикерәм?”тигән китап бар.Был китапта Япониялағы Хигасида Наоки исемле малай тураһында һүҙ бара.Хигасида ябай кешеләргә үҙенең эске доньяһын аңлатырға тырыша.

Телмәрен үҫтереү

Телмәр үҫтереүҙә баланы ябай кешеләрҙең аңлап етмәүе ауырлыҡ тыуҙыра,сөнки бында экспрессив телмәрҙең боҙолоуы,баланың үҙ фекерен әйтеп бирә алмауы проблема булып тора.Мәҫәлән,бала үҙ исеменә бер ниндәй ҙә реакция белдермәҫкә мөмкин.Белгес йәки ата-әсә әйткәнде үтәй алмац.Беҙгә,ябай кешеләргә, бала ишетмәгән һымаҡ тойола,ләкин бала ишеткән информацияны башында оҙаҡ эшкәртә.Бының өсөн балаға ваҡыт кәрәк.

“Һеҙ,ябай кешеләр,ҙур тиҙлек менән һөйләйһегеҙ.Мейеләге уйланған фекерҙе әйтер өсөн  кешеләргә секунд етә.Ә беҙ,аутизм менән ауырығандар,һәҙ әйткән информацияны ҡабул итеп өлгөрә алмайбыҙ “-тип яҙа Хигасида үҙенең китабында.Кешеләр әйткән ябай ғына һүҙ ҙә ауырыу баланы “ҡыҙҙырып” ебәреүе ихтимал.Шуның өсөн баланың хәлен еңеләйтер өсөн һөйләшкәндә ошоларға ихтибар итергә кәрәк:

*сит тауыштар ишетелмәһен

*асыҡ ,конкрет һөйләгеҙ,риторик һорауҙар ҡуймағыҙ

*бер үк ваҡытта ике кеше һөйләмәһен,ике әнгәмәсене  бала ҡабул итә алмай

*хәрәкәт,ымдар,күҙ ҡарашы менән үҙ телмәрегеҙҙе аңлатырға тырышығыҙ.

*бер фекерҙе әйткәс пауза эшләргә онотмағыҙ.

*баланы һәр ваҡыт маҡтарға оноторға ярамай

Телмәрҙең экспрессив бозолоуында фекерҙе ысыҡ,аныҡ итеп әйтә белмәү-эхолалия  була.Шуның өсөн тауыш,хәрәкәттәр-бөтәһе лә ауырыу бала менән һөйләшкәндә бик ҙур роль уйнай.

“Һөйләшеү-  шундай ауыр эш булып тора”-тип яҙа Хигасида Наоки.Мин донья менән хәрефтәр ярҙамында аралашам .Фекеремде әйтергә тырышҡанда миңә ауыр,сөнки мин үҙем белмәгән сит телдә һөйләшкән кеүек –“ти Наоки.

Балаларға үҙ фекерегеҙҙе еткерергә теләйһегеҙме?

*баланың фекерен аңламаһағыҙ,үпкәләмәгеҙУның фекерен тойорға,һиҙемләргә өйрәнегеҙ.Аутизм менән ауырыған бала әсәһенә мәҫәлән:”Һин ҡурҡыныс,кит янымдан”тип әйтергә мөмкин.Ләкин ,һис кенә улайтып әйтергә теләмәй:”Әсәй,мин янғыҙ ҡалырға теләйем”тип фекерен белгертергә теләй.Балаға фекерен дөрөҫ әйтергә ярҙам итегеҙ.

*һөйләгән һүҙҙәрегеҙгә һығымта яһап ҡарағыҙ.

*карточкалар ярҙамында аңлатырға мөмкин.

Стереотиптар һәм тәртибендә бер үк күренештәр

Хәрәкәтле стереотиптар(аутостимуляция,самостимуляция)-ҡабатланып торған хәрәкәт төрҙәре.Мәҫәлән:(ҡулдарҙы һелтәү,сәпәкәй итеү),кәүҙәне бәүелтеү,һикереү.Баланың тәртибендә стереотип формалар күҙәтелә.Мәҫәлән,бала сәғәттәр буйы ҡулында кубик Рубик әйләндереп ултырырға мөмкин,шул уҡ ваҡытта күҙҙәре менән китап ҡарап ултырырға мөмкин.Бындай күренеш аутизм булған балаларҙа йыш күҙәтелә.Был баланың ҡыҙыу,агрессия формаһын кәметә.

“Беҙ бер үк хәрәкәтте эшләгәнде үҙебеҙ аңлап етмәйбеҙ.Беҙ ,тик бер үк хәрәкәтте эшләп тынысланабыҙ,еңеллек тоябыҙ”-тип яҙа Хигасида аутизм тураһында.

Кешеләр аңларға ,ҡабул итергә тейеш.Стимминг төрҙәре төрлө йүнәлештә була.Уны юҡ итергә тырышмағыҙ.Әгәр бала үҙ-үҙенә йомолоп китһә,эшмәкәрлек төрҙәрен алыштырырға тырышығыҙ.Мәҫәлән,баланың кеҫәһендә спиннер,машина йөрөтөргә мөмкин.Шулар менән уйнап ял итеп аласаҡ.

Ниндәй алымдар баланың стереотип тәртибен контролдә тоторға ярҙам итәсәк?

*баланың “сенсорик һәләтен “көнө буйы күҙ уңында тотор кәрәк,бала ныҡ арый торған эш төрҙәрен алырға ярамай

*һәр эш төрөн билдәле ваҡыт менән башҡарырға кәрәк(ҡом сәғәте ҡулланырға мөмкин)

*бала стресс торошта булмаһын өсөн тәртибен ентекле күҙәтеп барығыҙ

Белгестәр менән а баланың кризис ваҡытын үткәреү өсөн билдәле алгоритм буйынса эшләгеҙ.

Айгөл Әхмәрова Республиканың Психологик педагогик, 

медицина һәм социаль ярҙам үҙәге дәүләт бюджет 

учреждениеһының Хәйбулла районы филиалының социаль педагогы

 

Автор:
Читайте нас