Ауыл уттары
+17 °С
Ясно
Йәмғиәт
20 Мая , 13:30

Бәләкәй урамдың ҙур шатлығы

Юлдыбай ауылында Октябрь урамы бар, ҡасандыр был урам шаулап-гөрләп торһа, бер ваҡыт тынып ҡалды, сөнки йорттарын ҡалдырып кемдәрҙер ситкә күсеп китте, ә кемдәрҙер был донъяларҙа юҡ инде. Бер нисә йыл инде ошо урамға йәштәр күсеп килеп йәнләнеп, йәмләнеп, тормош гөрләп дауам итә. Сыр-сыу килеп уйнаған балалар тауышын ишетеү үҙе ҙур бәхет.

Октябрь урамын үҙ итеп, бәләкәй генә өйҙө ҙурайтып, төҙөкләндереп, матурайтып йәшәүсе Илфат һәм Гөлсиә Рахматуллиндар ҙа бар. 4 балаға ғүмер бүләк итеп татыу йәшәйҙәр. Ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашалар, Гөлсиә Серик ҡыҙы мәҙәниәт тормошонда ҡайнаһа, Илфат Ринат улы өмәләрҙә актив ҡатнаша.
Күптән түгел үҙ йорттары эргәһендә балалар өсөн волейбол майҙансығы төҙөп ҡуйҙылар. Хәҙер балалар йыйылып буш ваҡыттарын файҙалы үткәрә. Әйткәндәй, ҡыҙҙары Яҙгөл, Александр Ивлев етәкселегендә "Феникс" волейбол клубында шөғөлләнә. Балаларының ҡыҙыҡһыныуын күреп, уны үҫтереүҙә ярҙам итеүсе ата-әсәгә оло хөрмәт.
Рҙхмәтуллиндар ҡар иреп бөткәс тә майҙансыҡ төҙөйәсәк урынды ялтыратып таҙалап ҡуйғайнылар, бөгөнгө көндә шау-гөр килеп балалар яратҡан уйындарын уйнай.
-Әле планға алған эшебеҙ тамамланманы, тағын кескәйҙәр өсөн бер-ике уйын урыны ҡуйырға уйлайбыҙ, тей Рәхмәтуллиндар.
Был изге эште башҡарыуҙа балалары һәм Данил Жиләев ярҙам күрһәткән.
Алла бирһә майҙансыҡ бала уйындарынан өҙөлмәһен, тағы ла буласаҡ спортсмендарҙың башланғысы булһын, ә иң мөһиме ошо матурлыҡты боҙмаһындар, ҡыйратмаһындар, - тип яҙып ебәргән беҙгә Луиза Хамматова
Афарин, Рәхмәтуллиндарға!

 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас