Ауыл уттары
+17 °С
Ясно
Йәмғиәт
28 Мая , 09:08

Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем

Хикәйә.

Шулай ҙа мәрхүмдәребеҙ төшкә инһә лә хәйер бирә һалабыҙ, аят уҡытабыҙ. Шунан йәнебеҙ тынысланып ҡала бит. Шуға күрә миңә лә аҫыл һөйәге ятҡан ергә зыярат ҡылып, доғамды уҡып, эс бушатып ҡайтһам, күңелемдә алтмыш дүрт йыл буйы ҡаҙалып торған бер шырауҙан ҡотолормон һымаҡ. Әруахы алдында ғәйебем кәмер һымаҡ...
Уйға батып барҙылар. Шунан ирҙәрҙең өлкәнерәге шиктән ауырайып киткән ҡарашын төбәне:
– Гонаһың бар инеме ни, әбекәй?
– Эйе, – тип ауыр көрһөндө Фәрхинур.
– Ауыр гонаһмы ни шулай инде ярты быуаттан ашыу тынғы бирмәҫлек?
– Эйе, – тине Фәрхинур. – Кешене был тормошҡа сат йәбешергә мәжбүр иткән бер ауыҙ һүҙемде йәлләгәнмен.
– Ниндәй һүҙ? – тип һораны йәшерәге аптырап.
– Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем.
– Улай...
Һәр кем үҙ уйына сумып, ярты сәғәттәй шым барҙылар. Шунан ирҙәрҙең өлкәне әңгәмә әле генә өҙөлгән һымаҡ әйтеп ҡуйҙы:
– Улай булғас мотлаҡ барып ет инде һин Германияға. Барып күр бабайыңдың ҡәберен... Әйткәндәй, бабайың, тигән булам. Һәләк булғанда иреңә нисә йәш булған?
– Егерме етенсеһе менән бара ине...
– Егерме етенсеһе менән... Минең улым егерме етенсеһе менән бара. Ә тол ҡалғанда һиңә нисә йәш ине?
– Ун туғыҙ...
– Кесе ҡыҙыма ун туғыҙ тула. Әле бала ғына... Шунан бирле яңғыҙһыңмы?
– Яңғыҙ тип, ике балалы әсә яңғыҙ булмай инде.
– Ҡабат тормошҡа сыҡманыңмы, тиеүем.
– Уның бит “үлде” тигән хәбәре килмәне. Көттөм. Бына-бына ҡайтып килер тип көттөм дә көттөм.
– Нисәнсе йыл алдылар фронтҡа?
– 41-се йыл, 28 июндә.
– 64 йыл буйы көттөң дә көттөң... Минең ҡартинәйҙе лә шулай тип һөйләй торғайнылар. Ул егерме биш йәшендә тороп ҡалған...
Тағы уйға баттылар. Байтаҡ барғас, руль артындағы егет машинаһын юл ситенә алып килеп туҡтатты.
– Әбекәй, беҙ ошо урында был яҡҡа боролабыҙ, – тине ул үкенгән һымаҡ.
– Бынан Мәскәүгә эшселәрҙе вахтаға, коммерсанттарҙы баҙар-ға йөрөтә торған «Газел»дәр йыш үтә. Һине шуларҙың берәйһенә ҡарап ҡына ултыртып ебәргәндә яҡшы булыр ине лә бит, – тип елкәһен тырнап алды өлкәне.
– Былай ҙа һуңлап барабыҙ шул. Заказчик көтөп тора, – тине йәше сәғәтенә ҡарап. – Ултырып китә алмаһаң, ошонда ғына тор. Әгәр ҙә оҙаҡлабыраҡ китһәң, бәлки, беҙ урап килеп тә өлгөрөрбөҙ. Үҙебеҙ ултыртып ебәрһәк, ышаныслыраҡ булыр ине.
Фәрхинур ҡулъяулығын сисеп аҡса сығарҙы, теге:
– Машина һыу менән йөрөмәй бит, – тигән йәтеш һүҙҙе әйтеп аҡса һондо. – Бензинлек.
– Ун туғыҙ йәшендә ике бала менән тол ҡалған, «Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем» – тип үҙен-үҙе ҡыйнап алтмыш дүрт йыл буйы ирен көткән зат фәрештәгә торошло ул, әбекәй. Һинән аҡса алһаҡ, минең ҡартинәйҙең рухы рәнйер, – тине өлкәне.
– Һин беҙгә, иҫеңә төшөп киткән сағыбыҙҙа: «Юлдары уң булһын» тип телә, – тине йәше.
Һис уйламағанда йөҙ саҡырымға яҡын араны йәтеш кенә итеп үткәненә күңелләнеп киткән Фәрхинур тора буламы һуң инде, тегеләр боролошта юғалыу менән
ашығып Мәскәү юлына төштө.
Оҙаҡ барҙымы, аҙмы – абайламаған. Бер «Газель» янына килеп туҡтаны. Кеше йәнле бер әҙәм инде: Яңы йыл шыршыһы һымаҡ кейенеп ялпылдағын сығып юл ситенән атлаған әбей янынан әллә нишләп үтеп китә алмағандыр.
– Һыпырта һуғып ҡайҙа елдерәһең, әбекәй? Һине саҡ ҡыуып еттек бит, – тип ҡысҡырҙы ул ауыҙ йырып.
– Германияға, – тигән яуап булды.
– Германияның үҙенә үкме? – тип шарҡылдап көлөп ебәрҙе водитель. Ул көлгәнгә пассажирҙары һонолоп ҡараны.
– Башта Мәскәүгә һуғылам, – тип етди генә яуапланы әбей.
– Беҙ Мәскәүгә китеп барабыҙ ҙа ул. Тик урыныбыҙ юҡ шул.
– Әйҙә алайыҡ, инәйҙе, – тине эшселәрҙең береһе. – Алмаш-тилмәш ултырып барырбыҙ әле. Сумкалар өҫтөнә лә ултырып барырға була.
Арлы-бирле һөйләшеп алдылар ҙа, шулай хәл иттеләр.
– Ҡалай йәтеш булды, – тип үҙенең бәхетенә үҙе ышана алманы Фәрхинур.

* * *
Былар ҙа һораны сәфәренең маҡсатын. Германияға минут һайын яҡыная барғанына һөйөнөп, бәйнә-бәйнә тағы һөйләп бирҙе Фәрхинур.
«Яратам тип әйтеп өлгөрмәгәйнем». Йөҙөн йыйырсыҡтар баҫҡан ап-аҡ сәсле әбей ауыҙынан «яратам» тигән һүҙ сыҡҡаны башта мәрәкә һымағыраҡ тойолғайны: бер-береһенә ҡарап шуҡ ҡына йылмайышып алдылар. Бара-килә уйға батыңҡыранылар. Шунан араларында бер ҡыйыуыраҡ йәшерәге:
– Ә бит, инәй, һин дөрөҫ әйтәһең. Әле мин дә кәләшкә «яратам» тип әйтергә өлгөрмәй киткәнмен, – тип телефонына тотондо.
«Мин дә, мин дә», – тип көлкөгә һабыштырһалар ҙа, берәм-һәрәм кем ҡатынына, кем әсәһе менән атаһына, кем балаһына шылтыратып алды.
– Илай, – тине эргәлә ултырып барған егеттәрҙең береһе. Ҡаушай биреп Фәрхинурға ҡараны. – Әйткәйнем, әсәйем шунда уҡ илап ебәрҙесе.
– Һинең тауышыңды ишетеп,
ҡыуаныстан илай ул, балам. Шыл-тыратҡан һайын әйт һин. Әсәй кеше бер ваҡытта ла балаһының йылы һүҙенән туймай ул. – Шунан баҙнатын йыйып һораны:
– Улым, ҡыйын булһа ла, мин дә ҡыҙыма бер-ике ауыҙ һүҙ әйтәйем әле. Хушлашмай ҙа сығып киткәйнем, ут йотоп ултыралыр, би-
сараҡайым. Ауыл кешеһенә нимәгә кәрәк тип алдыртмай инем, әле ҡарап киләм – һәләк йәтеш нәмә икән!
– Инәй, һин ашыҡмай ғына һөйләш, – тине саҡ ҡына булһа ла яҡшылыҡ эшләргә форсат тыуғанына ҡыуанып киткән егет. – Минең безлимит. Ҡана, номерын беләһеңме?
– Нурия, ҡыҙым, һин мине әрләмә инде. Мин сыҡтым да киттем. «Газел»дә Мәскәүгә китеп барам. Һәләк игелекле кешеләргә тап булдым. Иртәнсәк барып етәбеҙ, тиҙәр. Һин көймә, балам. Һау кеше йөрөй ҙә ята ул. Һау булайыҡ. Мин һеҙҙе ныҡ яратам, балам!
«Мин дә һине ныҡ яратам, әсәй!»...
– Ҡыҙым да илай, – тине Фәрхинур егеткә телефонын һоноп.
– Нишләп бөтәһе лә илай икән, инәй? – тип һаман аптыраны егет.
– Йәшәгән ваҡытта гел әйтеп торорға тейеш һүҙҙе йә үлер алдынан, йә кеше үлгәс кенә әйтеп өйрәнгәнбеҙ ҙә, шуға шомланабыҙ, ахыры, – тине ҡыҙы илағанға күңеле тулып киткән Фәрхинур. – Иң ғәзиз кешеләребеҙҙең эргәбеҙҙә мәңге булырға килмәгәнен уйламай йәшәйбеҙ ҙә...
Байтаҡ барғас, заправкаға туҡтанылар ҙа, арлы-бирле аяҡтарҙы яҙып алырға тип төшә һалдылар. Иң алда ултырып барған бер өл-кән генә, ныҡ таушалған ҡиәфәтле ир, тәүгеләрҙән сығып ситкәрәк китте лә телефонына ярым бышылданы:
– Фәүзиә! Был мин инем әле.
– Һин икәнде ишетеп торам. Ни булды? – тигән ҡырыҫ тауыш ишетелде.
– Уйлап килдем-килдем дә, Фәүзиә, тағы бер уйлап ҡуйҙым. Һиңә күптән әйтергә йөрөһәм дә һис форсат таба алмай инем, – тине ир ашыға-ашыға. Нисек дауам итергә белмәйенсә ыҡмыҡ
килеп урынында тапанды. Шунан тураһын ярып һалырға тәүәкәлләне: – Мин һине ныҡ яратам бит ул!
– Нимә булды һиңә? – тип хәүефләнде теге остағы ҡатын. – Әллә китеп барышлай уҡ эсә башлағанһың инде?
– Юҡ-юҡ, Фәүзиә! – тине абышҡа тыйнаҡ ҡына. – Бер үк үрһәләнмә.
– Атыу нимә булды?
– Юл ыңғайында Хызыр Илъястың үҙе кеүек бер матур кешене ултыртып алдыҡ та...
– Шунан?
– Шул ҡуша: яратҡаныңды ваҡытында әйтеп барырға кәрәк, ти.
– Яратыуын мин дә яратам инде ул, – Алыҫтағы Фәүзиәнең тауышында уйсанлыҡ. – Яратмаһам, эсмә тип шул тиклем көйөр инемме ни? Тик әйтергә кәрәк икән, тип башҡа ла инеп сыҡҡаны юҡ ине.
– Бына шул-шул, Фәүзиә! Әйтергә кәрәк икән, әйтергә кәрәк...

* * *
– Инәй, – тине егеттәрҙең береһе ҡабат инеп ултырышҡас, – юл оҙон, әллә беҙгә, ғүмер буйы бер кешене шулай ныҡ итеп нисек яратырға булғанын һөйләп бараһыңмы?
– Һөйләйем, һөйләмәгән ҡайҙа, балалар. – Әҙәм яҡшылығынан күңеле әптән бөтөнәйеп, әллә кем булып киткәйне Фәрхинур. – Өлкәнәйһәң ҡыҙыҡ була икән ул ваҡыт тигәнең, әйтерһең дә артҡа аға башлай – үткән ғүмерең ҡулыңды һуҙып алырҙай булып яҡыная, – тине лә оҙон хәбәренә төшөп китте. – «Миңә сығаһыңмы?» – тигәс, «Сығам», – тинем бит инде. Шунан ни, ун-ун биш көн эсендә кейәүгә сыҡтым да киттем. Әсәйемдәр йәтеш кенә табын йыйҙы. Күберәк минең туғандар бит инде. Ҡыҙ оҙата барған булдылар. Ситән генә булһа ла өйө бар – әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас, колхоз берәүҙең иҫке өйөн алып биргән икән, рәхмәт төшкөрө. Тормошо етеш кенә – заманына күрә инде. Урындығында кейеҙе, иҙәнендә һуҡма балаҫы, яҫтап ятыр мендәре, ябыныр юрғаны, иң шаҡ ҡатырғаны – еҙ самауыры – бар. Әсәйем һәләк ҡәнәғәт булып ҡайтып киткәндә ҡолағыма: «Хәлле генә лә баһа», – тип ҡыуаныслы шыбырланы. Бер-ике көн үткәйне:
– Килен, самауырымды алайым инде! – тип бер күршеһе инде.
Кискә табан өлкән генә инәй:
– Киленсәк, кейеҙемде алайым тигәйнем, – тип урындыҡтағы аҡ кейеҙҙе һыпырып алып сығып китте. Уның артынса уҡ ике балапан инеп:
– Әсәйем алып ҡайтырға ҡушты, – тип иҙәндәге балаҫты төрөп ҡултыҡтары аҫтына ҡыҫтырҙы.

 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас