Ауыл уттары
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
17 Июнь , 06:28

Яугир әсәһе

Һеҙ фотола күргән мөләйем ханым Ләлә Аблаева, әле илебеҙ һағында тороусы яугир әсәһе.

Яугир әсәһеЯугир әсәһе
Яугир әсәһе

Ләлә Сабирйән ҡыҙы 1962 йылда Һаҡтау ауылында Сабирйән һәм Йомабикә Атанбаевтарҙың күп балалы ғаиләһендә донъяға килгән. Ауылда башланғыс мәктәпте тамамлап, артабан уҡыуын Йомағужа ауылында дауам итә. Ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алғас, Йылайырҙағы һөнәрселек училищеһында тегенсе һөнәренә уҡый. Хеҙмәт юлын Бараҡал ауылы фермаһында һауынсы булып башлаған мәҡәләм геройы, ғүмеренең күп өлөшөн, бар  көсөн һәм тырышлығын ауыл хужалығында эшләүгә бағышлай. Сабыр, яуаплылар ғына был эште үҙ итә.

  • Бригадир булып эшләгән Владимир Войнов ағай килеп фермаға  һауынсылар етешмәй, тип әйҙүкләгәс, саҡырыуын ҡабул итеп фермаға эшкә сыҡтым. Шулай итеп миңә һыйырҙар бүлеп бирҙеләр. Таң һарыһынан, кешенең тәмле йоҡоһонда эшемә китәм. Иртәнге дүрттән һауын башлана. Һәр-беребеҙгә бүлеп бирелгән һыйырҙарҙы көнөнә ике тапҡыр ҡул менән һауабыҙ, уның араһында өйҙәге эштәрҙе лә эшләйһе бар: баҡса, мал-тыуар, балалар, – тип һағынып хәтерләй Ләлә Сабирйән ҡыҙы, бөгөн  ул саҡтарын.

Мәле еткәс Йомағужа ауылы егетенә кейәүгә сығып, ошо ауылда төпләнәләр. Өс балаға ғүмер бүләк итәләр. Ләлә ханым яҙмыш ҡуйған ауырлыҡтарға бирешмәй, балаларына лайыҡлы тәрбиә биреп үҫтереү, уларҙы уҡытыу өсөн бар көсөн һала һәм үҙ аллы тормош юлына сығара. Оло улы Данил Татарстан Республикаһында эшләй һәм йәшәй. Кесе улы Аблай позывнойлы яугир әлеге ваҡытта махсус хәрби операция зонаһында  нацизмға ҡаршы көрәшә. 2025 йылда үҙ теләге менән илебеҙ һағына баҫҡан Аблай бала саҡтан спорт менән дуҫ була, айырыуса саңғыла йөрөргә ярата. Мәктәп, район кимәлендә уҙғарылған саңғы ярыштарында һәр ваҡыт призлы урындар яулай. Мәктәптән һуң Юлдыбай һөнәрселек училищеһында шофер-тракторист һөнәрен үҙләштерә. Тыуған ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас «Башҡорт баҡыры»нда, Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләй. Тормош иптәше Дилбәр менән биш бала тәрбиәләйҙәр. Ҡыйыулығы, яуҙа күрһәткән батырлығы өсөн яҡташыбыҙ «За отвагу» миҙалы менән бүләкләнә.

Бала ҡайғылары ла кисерергә тура килә әсә кешегә. Ауыр ҡайғыларҙы еңеп артабан йәшәргә үҙендә көс таба Ләлә апай, ҡыҙының төҫө булып ҡалған ейәнен опекаға алып үҫтерә, уға бар һөйөүен, хәстәрен бирә.

Башта «Һабыр» совхозына ҡараған «Ҡәнзәфәр» фермаһында һауынсы, аҙаҡ мәҙәниәт йортонда һәм ауыл советында йыйыштырыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан мәҡәләм геройы бөгөнгө көндә Баймаҡ ҡалаһында йәшәй. Буш ваҡыттарын ырғаҡ менән түшәм, ултырғыс япмалары,  төҫлө ептәрҙән шәлдәр бәйләп үткәрә. Йорт мәшәҡәттәре араһында яугирҙәргә ярҙам итеү кеүек изге эштәрҙән дә ситтә ҡалмай. Һалдаттарға тип йөн ойоҡтар бәйләй, маскировка селтәрҙәре үрергә йөрөй, көндәлек кәрәкле булған әйберҙәр һатып алып волонтерҙар штабына тапшыра. Улы өсөн йөрәге һыҙлаһа ла, төшөнкөлөккә бирелмәй, ныҡ булырға тырыша. Маңлайыңа яҙылғанды күрмәй булмай, йорт-ил тынысланып, һәр әсә ғәзиз улын, кәләштәре һөйгән йәрҙәрен, ә балалар аталарын именлектә-һаулыҡта көтөп алһын, тигән теләктәрен еткерә яугир әсәһе.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас