Ауыл уттары
+24 °С
Дождь
Йәмғиәт
24 Июня , 04:32

Күңел тыныслығы теләйем

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яүгирҙәргә көс-ҡеүәт биреүсе изге йәндәр - бөйөк әсәләр. Ғәзиз балаһының һау-сәләмәт ҡайтыуын эстән ут йотоп, тыштан тыныс көткән фәрештәләр. Оло йөрәкле, түҙемле, улдары өсөн минут һайын өҙгөләнеп уларҙы көткән әсәләргә һоҡланмау мөмкин түгел. Шундай әсәләрҙең береһе ил яҙмышына битараф булмаусы, күңел ҡушыуы буйынса изге эштәр башҡарыусы, Юлдыбай ауылы ирекмәндәр төркөмө етәксеһе Гөлнара Далха ҡыҙы Рафиҡова ойоштороуында ауыл мәҙәниәт йортонда, ил терәге булырҙай көслө рухлы улдар үҫтергән әсәйҙәр менән “Күңел тыныслығы теләйем” тип аталған осрашыу үтте. Сараға Юлдыбай ауылынан, Баймаҡ районынан бер төркөм яугир әсәләре, уларҙың ҡатындары, апай –һеңлеләре, Баймаҡ һәм Йылайыр райондарының “Ватанды һаҡлаусылар” фонды социаль координаторҙары, Юлдыбай, Ҡашҡар, Матрай ауылдары ирекмәндәр ойошмаһы вәкилдәре йыйылды.

Күңел тыныслығы теләйемКүңел тыныслығы теләйем
Күңел тыныслығы теләйем

Был осрашыуҙа  ике район әсәйҙәре үҙҙәренең борсолоуҙары, уйланыуҙары тураһында һөйләне, махсус хәрби операцияла һәләк булған ғәзиз улдары тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты. Баймаҡ районынан килеүсе ҡунаҡтар Әсмә Мырҙағалина, Зәкиә Сөләймәнова, Венера Буранғолова, Миңһылыу Сөләмәнова, Фәриҙә Юнысбаева улдарына бағышлап яҙған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙеләр, моңло йырҙарын, бейеүҙәрен бүләк иттеләр. Йылы аралашыу майҙан хужалары –юлдыбайҙарҙың һәм Ҡашҡар ауылынан килеүсе Зилә Байморатова менән Мәликә Ғайсинаның, Матрайҙан Бүләкбикә Аҡҡусҡарованың шиғри сығыштары, Фатима Айытҡолованың моңло йыры менән аралашып барҙы. Залдағылар  һәр әсәнең сығышын, тетрәндерес шиғыр юлдарын берсә ғорурланып, берсә тәрән уйҙарға төшөп, күҙ йәштәре аша тыңланы. Уларҙың күңел һыҙланыуын, йөрәк әрнеүҙәрен үҙ йөрәге аша үткәрҙе.

Ауыл хакимиәте вәкиле Миләүшә Иҫәндәүләтова ошондай матур осрашыу ойошторғаны өсөн Гөлнара Далха ҡыҙына һәм килгән әсәйҙәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Сара һуңында Юлдыбай ауылының ирекмәндәр штабының әүҙем ағзаһы, тегенсе Рәшиҙә Вәлиеваға һалдаттарға гуманитар ярҙам әҙерләүҙә ҙур өлөш индергәне өсөн “Башҡортостан” полкы командирының Рәхмәт хаты һәм сарла сығыш яһаған барлыҡ әсәләргә лә Юлдыбай ауыл хакимиәтенең Почет грамоталары тапшырылды. 

Күңел тыныслығы теләйем
Күңел тыныслығы теләйем
Күңел тыныслығы теләйем
Күңел тыныслығы теләйем
Күңел тыныслығы теләйем
Күңел тыныслығы теләйем
Күңел тыныслығы теләйем
Автор:Розалия Такалова
Читайте нас