Ауыл уттары
+15 °С
Ясно
Йәмғиәт
24 Июня , 11:12

Ырыу ағасыбыҙҙың олоно ныҡ, ботаҡтары күп тармаҡлы һәм бик көслө, ти Ғәлиевтәр

Ағымдағы йылдың 6 июнендә Йылайыр районының Яңы Яҡуп ауылында Ғәлиевтәр нәҫеле оло ҡорға йыйылды. Минең, Шәжәрә байрамы үткәрәйек, тигән тәҡдимемде туғандар дәррәү күтәреп алды. Шәжәрә ағасын төҙөү һәм туғандарҙы йыйып алыу минең иңемә төштө. Алдан белә инем Мөхәмәтғәле, Рысмөхәмәт, Муллахәлит исемле ҡартатайҙарыбыҙҙың булғанын. Шәжәрә ағасын төҙөр өсөн иң алда мин Башархив сайтына индем, «Ревизские сказки» документында Йылайыр районы Яҡуп ауылын табып алдым һәм таныш исемдәрҙе эҙләй башланым. Табып алыуы ныҡ ауырға тура килде, сөнки исемдәр боронғо ҡулъяҙма менән яҙылған ине. Шулай ҙа, ныҡыша торғас, 1859 йылдағы яҙмала таныш исемдәрҙе табып алдым. Шунан инде беҙҙең фамилияны башлаусы Мөхәмәтғәле ҡартатайҙың атаһын Солтангәрәйҙе (икенсе төрлө Солтанғужа) табып алдым. Артабан яҙмалар буйынса Солтангәрәй ҡартатайҙың атаһының исеме Тимер булған икәнен аңланым. Тимер ҡартатайыбыҙ яҡынса 1735 йылда тыуған булған, тип иҫәпләп сығарҙым. Шулай итеп, 5 быуын ҡартатайҙарымды таптым һәм Шәжәрә төҙөй башланым. 

Ырыу ағасыбыҙҙың олоно ныҡ, ботаҡтары күп тармаҡлы һәм бик көслө, ти ҒәлиевтәрЫрыу ағасыбыҙҙың олоно ныҡ, ботаҡтары күп тармаҡлы һәм бик көслө, ти Ғәлиевтәр
Ырыу ағасыбыҙҙың олоно ныҡ, ботаҡтары күп тармаҡлы һәм бик көслө, ти Ғәлиевтәр

Барыһы ун бер быуын, 327 кеше яҙылды. Уны төҙөгәндә аңлап ҡалдым, беҙҙең нәҫел 200 йылға яҡын Иҫке Яҡуп ауылында йәшәгән. Шулай уҡ данлыҡлы ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтов беҙгә туған булып килеп сыға икәнлеген асыҡланым. Шәжәрәне төҙөп бөткәс, туғандар менән бәйләнеш төркөмө асып ебәрҙем, унда инде һәр кемебеҙ тарихи фотолар, хәтирәләр менән бүлешеп, осрашыу тураһында һөйләшә башланыҡ.


Осрашыу урынын Яңы Яҡуп ауылы тип билдәләп ҡуйҙыҡ. Сөнки коллективизация ваҡытында беҙҙең Ғәлиев Фәтхулла ҡартатайыбыҙ ошо ауылға ғаиләһе менән килеп төпләнә. Артабан инде уларҙың балалары, ейәндәре ошо ауыл менән бәйле була. Урын һайланылғас, район хакимиәте башлығы Борис Николаевич Мелкоедовҡа мөрәжәт итеп хат яҙылды. Ул инде үҙенең ваҡытлыса урынбаҫары Фәрит Фуат улы Әбделмәновҡа беҙгә ярҙам итеүҙе йөкмәтте. Фәрит Фуат улы ихлас күңелдән беҙгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер икәнлеген белдерҙе, ике тирмә, автоклуб бирергә ризалашты. Матрай ауыл биләмәһе башлығы Руслан Ислам улы Йәрмөхәмәтов һәм Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Мөхтәр улы Тотманов тирмә, цистерна менән һыу алып килеп ултырттылар. Миңзифа Ҡормағәле ҡыҙы Кинйәбулатова автоклуб һәм һәүәҫкәр әртистәр менән тәьмин итте. Шулай итеп Шәжәрә байрамына әҙерлек ыңғай ғына килеп сыҡты.


Байрам көндө аҡланды күңелле ауаздар менән тултырып туғандар йыйылышты. Ҡорбан аштары бешерергә ҡуйылды, аяттар уҡылды. Шунан һуң инде сәхнәлә тантаналы өлөш башланды. Ҡәҙерле ҡунаҡ булып Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Хәлил Юлай улы Рәхмәтуллин килгән ине, ул байрамды ойоштороусыларға Рәхмәт хаттары тапшырып үтте. Фәтхулла ҡартатайыбыҙҙың ете балаһының, ете тармағы менән танышыуҙар аша аралаш концерт башланды. Оло йәштәге туғандарҙы, ойоштороусыларҙы, тыуған көндәрен билдәләүселәрҙе ҡотлап бүләкләп үттек.


Тантаналы өлөштән һуң барыһы ла ҡорбан ашын ашарға, аралашып үҙ-ара һөйләшеп ултырырға туҡталды. Төшкө аштан һуң инде күңелле уйындар, бергәләшеп бейеүҙәр башланды. Кемдер төҙөлгән шәжәрәне барлап сыҡты, кемдер һәр тармаҡтың үҙ быуыны тураһында эшләнелгән стендтағы фотоларҙы, яҙмаларҙы ҡараштарҙы, кемдер бер-береһе менән яҡындан танышыу өсөн әңгәмә ҡорҙо.


Ғәлиевтәр нәҫеленең Шәжәрә байрамына барыһы йөҙҙән ашыу туғандар йыйылғайны. Улар араһында республикабыҙҙың төрлө тармағында эшләгән билдәле шәхестәр, юғары дәрәжәле кешеләр, табиптар, эшҡыуарҙар бар. Шулай уҡ ауыл хужалығы буйынса ҡаҙаныштарға өлгәшкән билдәле туғандар ҙа юҡ түгел. Аҡланда иһә күңелле тауыштар, аралашыуҙар кис еткәнсе тынманы. Туғандар менән киләһе йылда ла, Яңы Яҡуп ауылының 100 йыллығына килеп, тағы бер осрашып алырға һөйләшеп, теләр-теләмәҫ кенә таралыштыҡ. Байрамға килгәнебеҙҙә беҙ бер-беребеҙҙе яҡшылап белмәй ҙә инек, хушлашҡанда инде бер туғандай яҡын булыштыҡ.


Ғәлиевтәр нәҫеле артабан да дауам итер, тигән уйға килдем. Сөнки беҙҙең фамилияны артабан дауам итеүсе ейән-ейәнсәрҙәребеҙ үҫә. Ырыу ағасыбыҙҙың олоно ныҡ, ботаҡтары күп тармаҡлы һәм бик көслө.
Гүзәл Ғалина.
Силәбе өлкәһе, Магнитогорск ҡалаһы.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас