Ауыл уттары
+14 °С
Болотло
Йәмғиәт
30 Июнь , 09:32

Тағы ла ҡарауһыҙ малдар тураһында

Район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедовтың (видеоэлемтә аша) ауыл хужалығы идаралығы белгестәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм  был өлкәлә тәртипте яҡлауға йүнәлтелгән башҡа хеҙмәттәр вәкилдәре ҡатнашлығында уҙғарған сираттағы кәңәшмәһендә йәйге осорҙа мал ҡарау һәм көтөү мәсьәләләренә айырым иғтибар бүленде.

Тағы ла ҡарауһыҙ малдар тураһындаТағы ла ҡарауһыҙ малдар тураһында
Тағы ла ҡарауһыҙ малдар тураһында

Кәңәшмәне асып, Борис Николаевич ошо йүнәлештәге эштәрҙең ҡайһы бер һөҙөмтәләр биреүен, әммә хәлде тамырҙан үҙгәртеүгә әле ирешеп булмауын белдерҙе.

Райондың ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Вадим Шәйәхмәтов һүҙҙәренсә, үткәрелгән сараларҙың төп маҡсаты – берәҙәк малдарҙан килгән зыянды мөмкин тиклем кәметеү. Көтөүгә ҡыуылмаған мал фермерҙарҙың сәсеүлек ерҙәрен тапай. Шулай уҡ оло юл буйында йөрөүсе берәҙәк мал күп осраҡта юл -транспорт ваҡиғаһы сәбәпсеһе лә. Был үҙ йәһәтендә мал тотоусы ғәмһеҙ хужаларға һәм ауыл биләмәләре хакимиәттәренә  хоҡуҡи йәһәттән бик күп проблемалар тыуҙыра.

Малдарҙы (айырыуса аттарҙы) көтөү райондың күпселек ауыл биләмәләрендә тейешле рәүештә ойошторолмаған. Был мәсьәлә буйынса кәңәшмәлә ыңғай яҡтан тик Яманһаҙ ауыл биләмәһе генә билдәләнде.

Аварияға сәбәпсе булған йорт хайуандарының хужалары, юл –транспорт ваҡиғаһы өсөн  яуаплылыҡтан ҡасып, йыш ҡына үҙ малдарын идентификацияламаҫҡа тырыша һәм ветеринария иҫәбенә ҡуймауҙы өҫтөн күрә.

Бөгөнгө көндә, район ветеринария станцияһы начальнигы Рита Күзәшева килтергән мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, районда эре һәм ваҡ мөгөҙлө малдарҙың -100, ә йылҡы малының ни бары 65 проценты ғына идентификацияланған. Был пункт буйынса Берҙәш һәм Яманһаҙ ауыл советтары ыңғай яҡтан билдәләнде. Юлдыбай  һәм Ҡәнзәфәр ауыл биләмәләрендә идентификация үткән аттарҙың һаны 50%-тан кәмерәк булыуы асыҡланды. Бер нисә тиҫтә ат тотоп та, бер баш та иҫәпкә алынмаған хужалыҡтар булыуы билдәләп үтелде.
Бынан тыш, берәҙәк малдарға хәүефле сирҙәр йоҡтороу ҡурҡынысы ла янай. Эпизоотик хәл, дөйөм алғанда, илдә лә, республикабыҙҙа ла бик ҡатмарлы. Күрше Ейәнсура районында “бруцеллез” ауырыуының өс усағы теркәлеүе генә лә малдарҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыу хәүефле булыуына ишара.

Кәңәшмәлә шулай уҡ райондың административ комиссияһы рәйесе Михаил Люляев, «Урмансылыҡ менән идара итеү» БР дәүләт ҡаҙна учреждениеһының Йылайыр районы филиалы етәксеһе Ислам Игебаев, район хакимиәтенең хоҡуҡ бүлеге етәксеһе Гөлфиә Айҙашева һәм Яманһаҙ ауыл биләмәһе башлығы Марс Рәимов сығыш яһаны.

Борис Николаевич  кәңәшмәне йомғаҡлап, ауыл биләмәләре хакимиәттәренә берәҙәк малдарҙы "штраф майҙансыҡтарына" ҡыуыуға ҡағылышлы норматив базаны тиҙ арала камиллаштырырға, ауыл хужалығы идаралығына иһә тәртип урынлаштырыу буйынса бар тәҡдимдәрҙе дөйөмләштерергә ҡушты. Планлаштырылған эштәрҙе тормошҡа ашырыуҙы ағымдағы йылдың 1 июленән башларға ҡарар ителде.

 

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас