Ауыл уттары
+17 °С
Облачно
Йәмғиәт
4 Августа , 05:01

Ут күршеләр беҙҙә ҡунаҡта

Уҙған йома Ейәнсура районының бер төркөм йәштәре Йылайырҙа булып ҡайтты. Уҡыусылар ауылыбыҙҙың күренекле урындары буйлап сәфәр ҡылды, районыбыҙҙың тарихы һәм мәҙәниәте менән танышты.

Ут күршеләр беҙҙә ҡунаҡтаУт күршеләр беҙҙә ҡунаҡта
Ут күршеләр беҙҙә ҡунаҡта

Экскурсия Марат Абдуловтың ҡымыҙ етештереү фермаһынан башланды. Бында ҡунаҡтар оҫталарҙан ҡымыҙ  бешеү серҙәренә төшөндө, шифалы эсемлектән ауыҙ итте.

Артабан урындағы тарихсы һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе Сергей Варганов, йәш дуҫтарыбыҙ  өсөн ауылдың легендар сауҙагәр урамы буйлап сәйәхәт ойошторҙо, Йылайырҙың сауҙагәр династиялары һәм ауылдың тарихы тураһында һөйләне. Ҡунаҡтар шулай уҡ тыуған яҡты өйрәнеү музейында, “Венер” мәсетендә, Спасо- Преображенск храмында һәм боронғо баҡыр иретеү заводы территорияһында булды. Күрше район йәштәре өсөн ойошторолған ҡыҙыҡлы һәм файҙалы сәйәхәт яр буйы буйлап йөрөү менән тамамланды. «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты буйынса төҙөлгән был заманса ял урыны бер кемде лә битараф ҡалдырманы.  

Ева Елистратенко, Иҫәнғол ауылының Фәйзулла Солтанов исемендәге 3 –сө урта мәктәбе уҡыусыһы

– Экскурсия миңә бик оҡшаны. Йылайыр шул тиклем матур һәм мине хайран ҡалдырыр, тип уйламағайным да. Бынан һуң Йылайырға йышыраҡ килергә тырышасаҡбыҙ. Мотлаҡ ҡабаттан киләсәкбеҙ.

Гүзәл Мостафина, тәрбиә эше буйынса координатор.

- Бөгөн беҙ «Пушкин картаһы» программаһы буйынса экскурсия менән Йылайыр районына килдек. Экскурсия беҙҙә ҙур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Марат Абдуловтың ҡымыҙ фермаһында булдыҡ. «Сауҙагәрҙәр урамы» һәм музей бик оҡшаны. Гидтың ауыл тарихы тураһындағы һөйләгәндәре айырыуса маҡтауға лайыҡ. Бөгөн беҙҙең тәүге экскурсиябыҙ. Балалар ҙа ҙур тәьҫораттар алды. Башҡа төркөмдәр менән дә мотлаҡ киләсәкбеҙ.

Римма Төрөпҡолова, Фәйзулла Солтанов исемендәге мәктәптең педагог-психологы:

– Ошо йөкмәткеле сараны ойоштороуҙа ҡатнашҡандарҙың барыһына ла ҙур рәхмәтемде белдерәм. Балалар өсөн был экскурсия бик файҙалы. Уҡыусылар төбәк тарихы тураһында күп кенә ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр белде. Экскурсовод (Сергей Варганов) ауыл тарихы буйынса уникаль мәғлүмәттәргә бай һәм бик мауыҡтырғыс итеп һөйләй. Миңә төрлө экскурсияларҙа күп йөрөргә тура килде, шуға күрә уның бик профессиональ эшләүен әйтә алам. Йылайырға килергә беҙгә районыбыҙ хакимиәтендә кәңәш иттеләр. Һәм, күреүегеҙсә, юҡҡа түгел. Беҙгә бик оҡшаны. Йылайыр тарихы, мәғлүм булыуынса, бик ҡыҙыҡлы, сағыу һәм фажиғәле ваҡиғаларға бай икән, ә тәбиғәте иһә хайран ҡалдыра.

Динар Баймөхәмәтов – Иҫәнғол ауылының 3-сө урта мәктәбе уҡыусыһы.
– Миңә музей экспозицияһы айырыуса оҡшаны. Унда ҡыҙыҡ нәмәләр бик күп. Элекке баҡыр иретеү заводы янында сувенирға тип таштар (шлак) йыйҙым. Уларҙы дуҫтарыма таратып бирермен һәм мотлаҡ Йылайырға килергә кәңәш итермен. Бында барыһы ла нисектер үҙенсәлекле, моғайын, ауылдың барлыҡҡа килгәненә өс быуатҡа яҡын ваҡыт үтеүе менән бәйлелер.



 

Ут күршеләр беҙҙә ҡунаҡта
Ут күршеләр беҙҙә ҡунаҡта
Ут күршеләр беҙҙә ҡунаҡта
Автор:Розалия Такалова
Читайте нас