

«– Мин һөнәрем буйынса шәфҡәт туташы, Ермолаево район поликлиникаһында 25 йыл лаборант булып эшләнем. Махсус хәрби операция башланғандан уҡ унда хеҙмәт итәсәгемде күҙаллай инем. Ғаиләләге хәлдәр ҙә ҡарарымды тиҙләтте генә. Дөйөм алғанда, бала саҡтан хәрби булырға хыялландым, шуға күрә был – минең стихия. Командировкаға китеүем тураһында тик өлкән улым ғына белде һәм ҡарарымды хупланы. Кеселәре, тағы бер улым менән ҡыҙым, туғыҙ айҙан һуң ялға ҡайтҡансы минең ҡайҙа икәнемде белмәнеләр. Һуңынан командировкамдың ябай эш сәфәре түгеллеген белгәс, алдан әйтмәгәнем өсөн аҙыраҡ үпкәләнеләр. Ә бына 84 йәшлек әсәйемде алдап булманы. Ул бик заманса ҡарашлы кеше, минең хәйләләгәнемде шунда уҡ һиҙҙе, һәм оҙаҡ күндергәндән һуң ғына фатихаһын бирҙе. Унда, «һыҙыҡ артында», һине яратҡан һәм көткән кешеләрҙең булыуы ифрат мөһим
Хеҙмәткә килгәндә, унда профессиональ йәһәттән ҡатмарлы хәлдәр юҡ. Һинең эшеңде һинән башҡа берәү ҙә башҡармаясағын аңлап эш итәһең. Мейе максималь кимәлдә эшләй, ҡасандыр өйрәнгән бар нәмәне иҫкә төшөрәһең. Эмоциялар һуңынан, барыһында эшләп бөткәс килә. Бигерәк тә пациентыңа ни бары 18-20 йәш булғанда ауыр, ирекһеҙҙән өйҙә һине көткән үҙ балаларыңды иҫкә төшөрәһең. Ә ҡайһы берҙәре һиңә шул тиклем эҫенеп китәләр, хатта «әсәй» тип өндәшә башлайҙар. Устав буйынса ярамай ҙа һуң, әммә нисек тыяһың инде?!
Ә бында ҡайтыу, унда булыуға ҡарағанда, психологик яҡтан күпкә ауырыраҡ бирелде. Тынлыҡҡа, бер ҡайҙа ла ҡабаланырға кәрәкмәгәнлегенә өйрәнеүе ҡыйын. Дөрөҫөн әйткәндә, сумкам әле лә асылмаған килеш тора. Кем белә, әгәр Ватан саҡырһа, икеләнмәйенсә ҡабат барасаҡмын.
Иң мөһиме мин унан тормошто ҡәҙерләргә һәм ваҡ –төйәкә лә ҡыуана белергә, ә иң мөһиме – илеңде һәм яҡындарыңды яратырға кәрәк икәненә инанып ҡайттым. Бында, тыныс тормошта, ошо ябай хәҡиҡәтте мөмкин тиклем күберәк кешегә еткергем килә.
Шуға күрә ошондай йәштәр фестивалдәренә йыш йөрөйөм, төрлө белем биреү программаларында һәм оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашам. Йылайыр районында мин тәүге тапҡыр. Тәбиғәтегеҙҙең ғәжәйеп матурлығы һоҡландыра. Фестиваль бик юғары кимәлдә ойошторолған. Йәштәр өсөн күп мәғлүмәтле лекциялар, дискуссиялар, мотивацион тренингтар ҡаралған. Күңелле ялды файҙалы итеп үткәреү өсөн бар уңайлыҡтар ҙа булдырылған” – тип һөйләй ҡыйыу, илһөйәр ханым.