+8 °С
Ясно
Музей хеҙмәткәре Эльвира Хазиәхмәтова һөйләүенсә, яңаҡ һөйәге шул килеш һаҡланған, унда хатта бәләкәй генә ике һөт теше лә бар. Был иһә экспонатты ғилми яҡтан тағы ла ҡиммәтлерәк һәм үҙенсәлеклерәк итә.
Мамонт балаһы беҙҙең ерҙәрҙә боҙлоҡ дәүерендә йөрөгән. Ҡиммәтле экспонат «Тәбиғи тарих» фондында һаҡланасаҡ һәм артабан күргәҙмәләргә ҡуйыласаҡ.
Көҙ музейҙа Люба ҡушаматлы мамонт балаһына арналған күргәҙмә асыласаҡ.
Бынан алда Башинформ Салауат Юлаев музейының нисек яңыртылыуы хаҡында хәбәр иткәйне.