Ауыл уттары
+11 °С
Облачно
Йәмғиәт
14 Августа , 15:55

Ҡышҡылыҡҡа ҡыярҙан анһат ҡына салат рецебы

Эре-төрө ҡыярҙарҙы әрәм итмәгеҙ!

Ҡышҡылыҡҡа ҡыярҙан анһат ҡына салат рецебыҠышҡылыҡҡа ҡыярҙан анһат ҡына салат рецебы
Ҡышҡылыҡҡа ҡыярҙан анһат ҡына салат рецебы

3 кг ҡыяр
250 мл көнбағыш майы
250 мл томат кетчубы
250 мл башҡа кетчуп (чили, шашлычный)
125 мл һыу
100 мл аш һеркәһе (9%)
1,5 аш ҡалағы тоҙ
180 г шәкәр
12 теш һарымһаҡ

Маринад өсөн һарымһаҡтан башҡа барыһын бергә ҡушып болғатырға.
Ҡыярҙы 8 өлөшкә киҫеп сығырға.
Маринад менән бутап, талғын утта 25-30 минут ҡайнатырға, ваҡыты-ваҡыты менән болғатып торорға.
Һарымһаҡты ҡырғыстан үткәреп ҡушырға ла, йәнә 10 минут быҡтырырға.
Эҫе килеш стерилләштерелгән һауыттарға бушатырға.


Тәмле лә, татлы ла салат әҙер. Һыуытҡыста йә баҙҙа һаҡларға. Аштарығыҙ тәмле булһын!

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас