Ауыл уттары
+19 °С
Дождь
Йәмғиәт
18 Августа , 11:41

Ҡышҡылыҡҡа гөлйемештән дә төнәтмә әҙерләргә онотмағыҙ!

Тик табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ! Ә иң файҙалы рецептар сайтта...

Ҡышҡылыҡҡа гөлйемештән дә төнәтмә әҙерләргә онотмағыҙ!Ҡышҡылыҡҡа гөлйемештән дә төнәтмә әҙерләргә онотмағыҙ!
Ҡышҡылыҡҡа гөлйемештән дә төнәтмә әҙерләргә онотмағыҙ!

✔ Бөйөр сирҙәрен, ревматизмды дауалау, шулай уҡ анемиянан, киҙеү­ҙән һәм зәңге ауырыуынан түбәндәге төнәтмә ярҙам итә. Уны әҙерләү өсөн бер стакан ҡайнар һыуға ике балғалаҡ киптерелгән һәм ваҡланған емешен һалырға һәм 10 – 15 минут тоторға. Һөҙөп, көнөнә өс тапҡыр ашағандан һуң эсергә. Төнәтмәне эсер алдынан ғына әҙерләргә.
✔ Иммунитетты нығытыу өсөн ике ҡалаҡ киптерелгән һәм ваҡланған емеште бер стакан һыуҙа бешерергә һәм һөҙөп, көнөнә өс тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә.
✔ Һалҡын тейеүгә, киҙеүгә һәм ОРВИ-ға ҡаршы. Бер үк күләмдә үгәй инә үләне, гөлйемеш емеше, ромашка сәскәһе, йүкә сәскәһе, ҡурай еләге алырға һәм ҡайнар һыу ҡойоп, биш минут талғын утта ҡайнатырға. Бер аҙ һыуынғас, һөҙөп, көнөнә өс-дүрт тапҡыр эсергә.
✔ Авитаминоздан һәм йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалау өсөн.
Биш ҡалаҡ ағас ылыҫын, өс ҡалаҡ гөлйемеш емеше ҡушып, иҙергә һәм бер литр ҡайнар һыу ҡойоп, эмалле һауытта төнәтергә. 5 сәғәт үткәс, һөҙөп, ярты стакан (әҙерәк булһа ла ярай) төнәтмәгә бер ҡалаҡ лимон һуты ҡушып эсергә.
✔ Панкреатиттан. Киптерелгән 100 г гөлйемеш емешенә бер литр һыу ҡойоп, биш минут ҡайнатырға һәм һыуынғансы ҡапҡасын ябып тоторға. Әҙер булғас, көнөнә өс-дүрт тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә.
✔ Холециститтан. Ярты литр һыуға бер ус гөлйемеш емеше һәм бер балғалаҡ шәкәр һалып, талғын утта 3 – 5 минут ҡайнатырға. Бер аҙ һыуынғас, йәнә 7 – 10 минут ҡайнатып алырға мөмкин. Шул саҡта файҙаһы күберәк була. Әҙер төнәтмәне сәй йә һыу урынына эсергә.

Әйткәндәй, гөлйемеш төнәтмәһен эскән һайын тештәрегеҙҙе та­ҙартырға онотмағыҙ. Ул тештең эмален ҡаҡшата.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас