

Кис Ауыл көнөн байрам итеү үҙәк майҙанда дауам итте. Йыйылған бар халыҡты район хакимиәте башлығы Борис Николаевич Мелкоедов сәләмләне. Район халҡын, ҡунаҡтарҙы байрам менән ҡотлап һаулыҡ, тыуған еребеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ килеүен теләне.
Байрамға тамаша ҡылырға килеүселәр өсөн район мәҙәниәт йортонда эшләп килгән балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре, «Шатлыҡ», «Русская песня» һәм «Родные напевы» халыҡ вокал ансамблдәре сығыш яһаны. Улар тарафынан тамашасыларға бай һәм сағыу байрам программаһы әҙерләнгән ине. Аҙаҡ район хакимиәте башлығы Борис Николаевич үҙенең 35 йыллыҡ юбилейын билдәләүсе «Русская песня» һәм «Родные напевы» халыҡ вокал ансамблдәре коллективы ағзаларына мәҙәниәтте үҫтереүгә ҙур өлөш индергәндәре һәм юғары башҡарыу оҫталыҡтары өсөн район хакимиәтенең Почет грамоталарын тапшырып үтте.
Ошондай мәртәбәле сараларҙа юбилейҙарын билдәләгән ғаилә парҙарын тәбрикләү матур йолаға әүерелгән. Быйыл Ауыл көнөндә сәхнә түренә Фәтих Мифтах улы менән Люциә Фәрит ҡыҙы Жиләевтар, Виктор Евгеньевич һәм Любовь Ивановна Кувшиновтар саҡырылды. Фәтих Мифтах улы Юлдыбай ауылында донъяға килгән. Тыуған ауылындағы мәктәпте тамамлағас әрме сафына алына. Һуңынан Бәләбәй ауыл хужалығын механизациялау һәм электрлаштырыу техникумында уҡый. Райондың төрлө ойошмаларында етәксе, 1996 йылдан алып хаҡлы ялға киткәнсе Йылайыр районы хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығында инженер булып эшләй. Люциә Фәрит ҡыҙы сығышы менән Көйөргәҙе районан. Стәрлетамаҡ технология техникумының бухгалтерҙар иҫәбе бүлеген тамамлаған йәш белгес, 1974 йылда юллама буйынса беҙҙең районға эшкә ебәрелә. Шул йылдарҙан уның бар ғүмере Йылайыр менән бәйле. Үҙенең 50 йыл ғүмерен бухгалтер һөнәренә бағышлаған Люциә Фәрит ҡыҙы тәүҙә район үҙәгенең көнкүреш йортонда, һуңынан пенсия фондында эшләй. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Рәсәй социаль фондының «Тоғролоҡ өсөн» билдәһе менән бүләкләнгән. Жиләевтар өс бала тәрбиәләп үҫтергән, уларҙы ейәле-башлы итеп хәҙер ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына ҡыуанып йәшәй.
Виктор Евгеньевич Йылайырҙа тыуып үҫкән. Ошонда тәүге аҙымдарын яһаған, мәктәпте тамамлаған. Тыуған ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡан егеттең хеҙмәт юлы ла тап тыуған ауылында башланған. Район сәнәғәт комбинатында станочник булып, аҙаҡ «Көньяҡ Урал» совхозында, БашМедьСтройҙа, санитар эпидемиологик станцияһында эшләй. Бөгөн ул Йылайыр юл ремонтлау – төҙөү идаралығында машинист булып хеҙмәтен дауам итә. Тормош иптәше Любовь Ивановна Кананикольск ауылынан. Мәктәптән һуң яҙмыш уны Магнитогорск ҡалаһына алып килә, хисапсылар курсында уҡый. Ҡулына диплом алғас, совхозда һәм район үҙәгенең төрлө ойошмаларында бухгалтер булып эшләй. Виктор Евгеньевич менән Любовь Ивановна ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ике ейәнсәренә һәм бер бүләһенә бәхетле олатай менән өләсәй улар. Ауыл көнөндә алтын юбилейҙарын билдәләгән ғаилә парҙарын район хакимиәте башлығы Б.Н.Мелкоедов йылы ҡотланы, уларға һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ теләп, иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
АУЫЛ КӨНӨНӘ АРНАЛҒАН ТУЛЫ МАТЕРИАЛДЫ БАҪМАБЫҘҘЫҢ КИЛӘҺЕ ҺАНЫНДА УҠЫЙ АЛАҺЫҒЫҘ.