Айгөл Әхмәр ҡыҙы Ураҡова Ш.Бабич исемендәге гимназияның ихтирамлы уҡытыусыларының береһе. Ябай уҡытыусы ғына түгел ул, ә үҙ эшенә бар булмышын бағышлаған, дәртле һәм алдынғы ҡарашлы белгес.
Айгөл Әхмәр ҡыҙы Баймаҡ районы Аҡморон ауылында тыуып үҫә. Бала сағы үткән Байым ауылында 8 класты тамамлағас, артабан уҡыуын Сибай педагогия училищеһында дауам итә. Уны уңышлы тамамлап, хеҙмәт юлын 2-се Эткол ауылында башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлай. 1993 йылда беҙҙең районға килен булып төшкән килен, артабан хеҙмәт юлын район үҙәге Йылайырҙа урынлашҡан ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн асылған прютта, һуңынан «Тирәккәй» балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып дауам итә.
А. Ә. Ураҡова тураһында тулы материалды баҫмабыҙҙың 34 -сы һанында уҡый алаһығыҙ