Улар пилоттарҙың үҙҙәренең оҫталығын нисек камиллаштырыуын күрҙе, реаль операциялар тураһында (Wildberries складын һүндереүҙән алып Үҙәндә тау битләүенән кешеләрҙе эвакуациялауға тиклем) һөйләүҙәрен ҡыҙыҡһынып тыңланы.
Көҙҙөң тәүге көндәрендә «Башинформ» журналистары Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының КА-32 янғын һүндереү-ҡотҡарыу вертолеты пилоттарының күнекмә осошон ҡарау мөмкинлегенә эйә булды. Беҙҙең пилоттар уҙған миҙгелдә бик күп эшләне, әммә улар үҙҙәренең оҫталығын даими камиллаштырып тора.
Координаталарҙы алабыҙ, шунан тиҙ генә йыйынабыҙ ҙа ярты сәғәттән ашыуыраҡ ваҡыт үтеү менән тәғәйенләнгән урынға килеп тә етәбеҙ. Бына Ағиҙел бөгөлө, эргәлә генә бәләкәй, әммә тәрән күлдәр бар. Редакция машинаһының двигателе һыуынып та өлгөрмәне, бер нисә минуттан яҡынлашып килгән геүелдәү тауышы иртәнге тынлыҡты боҙҙо.
Ка-32А11ВС һәм уның экипажы – пилоттар Владислав Ҡоҙаҡаев һәм Артём Шабрин, шулай уҡ вертолёт бортмеханигы Александр Богданович эшкә тотондо.
Геликоптер йылға-күлдәрҙән һыу алғас та күккә күтәрелә һәм бер тапҡыр урап килгәндән һуң шартлы янғын урынына һыу ташлай. Шулай бер нисә тапҡыр ҡабатлана. Был процесты күҙәтеүе күңелһеҙ түгел, ә бик мауыҡтырғыс.