+18 °С
Облачно
Башгидромет фаразы буйынса, бөгөн, 9 сентябрҙә, һәм иртәгә, 10 сентябрҙә, урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Көндөҙ һауа +14, +19 градусҡаса йылына. Төндә +4, +9 градус була.
Йома, 11 сентябрҙә, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Һауа температураһы төндә +4, +9, көндөҙ +18, +23 градус.
Ял көндәренә ҡарай һауа торошо үҙгәрә башлай. Ямғыр яуыуы һәм температураның түбәнәйеүе фаразлана.
Хәбәр иткәнебеҙсә, көндәрҙең эҫе тороуы менән бәйле республикала ландшафт һәм урман янғындары һаны арта.