Ауыл уттары
+18 °С
Облачно
Йәмғиәт
10 Сентября , 09:16

Башҡортостанда 5-се тапҡыр «Ватан көсө» форумы үткәрелә

11 сентябрҙә «Торатау» конгресс-холында бишенсе тапҡыр «Ватан көсө» форумы ойошторола. Күләмле сараға 1000-дән ашыу ҡатнашыусы: меценаттар, ирекмәндәр, махсус хәрби операция геройҙары, әүҙем йәштәр һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәгән яҡташтарыбыҙ йыйыла. Программала пленар дискуссиялар, биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәләре, милли кейем көнө уңайынан этномода күрһәтеү, асыҡ лекциялар һәм түңәрәк өҫтәлдәр планлаштырылған. Эш һигеҙ тематик майҙансыҡта ойоштороласаҡ. Ҡатнашыусылар яҡташлыҡты нығытыу, МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү, мәҙәни кодты һәм туған телде һаҡлау, шулай уҡ урындағы башланғыстарҙы һәм йәштәр потенциалын үҫтереү мәсьәләләрен тикшерәсәк. Был темалар республиканың дөйөм киләсәге өсөн йәмғиәтте берләштереүгә йүнәлтелгән. «Атайсал» проекты 2021 йылдан Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров башланғысы буйынса тормошҡа ашырыла.      

Күләмле сараға 1000-дән ашыу ҡатнашыусы: меценаттар, ирекмәндәр, махсус хәрби операция геройҙары, әүҙем йәштәр һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәгән яҡташтарыбыҙ йыйыла.

Программала пленар дискуссиялар, биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәләре, милли кейем көнө уңайынан этномода күрһәтеү, асыҡ лекциялар һәм түңәрәк өҫтәлдәр планлаштырылған. Эш һигеҙ тематик майҙансыҡта ойоштороласаҡ. Ҡатнашыусылар яҡташлыҡты нығытыу, МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү, мәҙәни кодты һәм туған телде һаҡлау, шулай уҡ урындағы башланғыстарҙы һәм йәштәр потенциалын үҫтереү мәсьәләләрен тикшерәсәк. Был темалар республиканың дөйөм киләсәге өсөн йәмғиәтте берләштереүгә йүнәлтелгән.

«Атайсал» проекты 2021 йылдан Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров башланғысы буйынса тормошҡа ашырыла.

 

 

 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас