Ауыл уттары
+18 °С
Облачно
Йәмғиәт
10 Сентября , 06:50

Башҡортостанда Ҡурай көнөнә арналған флешмоб башланды

Акцияны Башҡортостандың Ҡурайсылар союзы иғлан итте. Уның сиктәрендә 110 ҡурайсы 110 халыҡ көйөн башҡарырға тейеш.  

— Халҡыбыҙҙа ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған йөҙәрләгән көй һәм йыр һаҡлана. Был беҙҙең ҙур мәҙәни байлығыбыҙ. Музыкаль мираҫ ынйыларының 110-ы республика конкурстары положениеһына индерелгән — шул рәүешле профессиональ ҡурайсылар араһында уникаль система булдырылған. Күләмле эстафетаны тап ошо 110 көйгә бағышлайбыҙ. Беҙ был көйҙәрҙе уйнап ҡына ҡалмайбыҙ, ә уларҙың матурлығы һәм тәрәнлеге хаҡында һәр кемдең иҫенә төшөрөргә теләйбеҙ, – ти эстафета-флешмобты ойоштороусылар.

Эстафетаны Стәрлетамаҡ ҡурайсыһы Динар Абдуллин башлап ебәрҙе. Һәр ҡатнашыусы исемлек буйынса бер көйҙө уйнай (мәҫәлән: беренсе ҡурайсы «Азамат»ты башҡара) һәм эстафетаны киләһе оҫтаға тапшыра.

Ҡатнашыусылар яҙмаларҙы интернетҡа һала, бөтә республиканан һәм унан ситтә тыңлаусыларҙы берләштерә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылдың 10 октябрендә Башҡортостанда тәүге тапҡыр Ҡурай көнө билдәләнде.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас