Ауыл уттары
+8 °С
Ясно
Йәмғиәт
17 Сентября , 10:21

Иҫке һыу үткәргескә яңы һулыш...

Башҡортостан халҡын сифатлы һыу менән тәьмин итеү стратегик мәсьәлә булып ҡала. Район үҙәгендә был һорауҙар менән бәйле эштәрҙе «Водоканал» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте коллективы уңышлы хәл итеп килә.

Иҫке һыу үткәргескә яңы һулыш...Иҫке һыу үткәргескә яңы һулыш...
Иҫке һыу үткәргескә яңы һулыш...

Быйылғы йәйге миҙгелдә предприятие хеҙмәткәрҙәре иҫке һыу үткәргестең туҙған участкаларын алмаштырыу буйынса байтаҡ эш башҡара. Иҫке торбалар һүтеп алына, улар урынына яңы, пластик торбалар ҡуйыла. Уларҙың хеҙмәт итеү ваҡыты теоретик йәһәттән күпкә оҙонораҡ, ысынында булырын киләсәктә күрербеҙ.


Йәйге миҙгел башланғандан алып, коллектив тарафынан дөйөм оҙонлоғо 800 метрҙан ашыу булған өс участкала ошо эш башҡарылған да инде. Әле «Төҙөүселәр» тыҡрығында 250 метр оҙонлоғондағы участкала эштәр бара, ә миҙгел аҙағына тиклем тағы ла өс участканы ремонтларға тигән бурыс тора.


Был етди эштәрҙе башҡарыусылар, экскаваторсы – Антон Каплин, слесарь – Анатолий Квашенников һәм Андрей Медведев, үҙ эшенең оҫтаһы Алексей Рассолаевтан торған бәләкәй генә бригада башҡара. Уларҙың һәр береһе – үҙ эшен белеп башҡара, шуға ла эштәре лә уң. Әгәр көтөлмәгән хәлдәр килеп сығып ҡына мәшәҡәт һалмаһа, билдәләнгән күләмдәге эште улар мотлаҡ үтәйәсәк.


Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: район үҙәгендәге иҫке һыу үткәргестә бындай эштәр йыл һайын үткәрелеп килә, һәм ундағы «туҙған» участкаларҙың кәмеүе ҡыуандыра.

Евгений ГОРДОВ фотолары.

Иҫке һыу үткәргескә яңы һулыш...
Иҫке һыу үткәргескә яңы һулыш...
Иҫке һыу үткәргескә яңы һулыш...
Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас