

Уҡытыусы һөнәренә тоғролоҡ, әҙәбиәткә һәм туған телгән сикһеҙ һөйөү, киң күңеллелек, ихласлыҡ һәм бигерәк тә балаларҙы яратыу – быларҙың барыһы ла Яманһаҙ мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айһылыу Ғәипйән ҡыҙы Вәлишинаға хас. Нурлы йөҙө, яғымлы тауышы менән бар уҡыусыларҙың да күңелен иретер көскә эйә педагог ул.
Айһылыу Ғәипйән ҡыҙы – үҙ предметын яҡшы белгән юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Һәр эшкә яуаплы ҡарай, ниндәй генә эште ҡулына алһа ла, еренә еткереп башҡара. Шуға күрә лә 2021 йылда ул Яманһаҙ мәктәбе директоры итеп тәғәйенләнде. Етәксе вазифаһында ла ул уңышлы эшләп килә, коллегалары уны бик хөрмәт итә.
Айһылыу Ғәипйән ҡыҙының ғаиләһе лә матур. Тормош иптәше менән улар ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Хәҙер балаларының үҙ ғаиләләре бар, ә кесе улы Батырхан әлеге көндә Тыуған ил алдындағы бурысын үтәп, армия сафында хеҙмәт итә.
Мәҡәләм геройының фиҙәҡәр хеҙмәте быйылғы уҡыу йылы алдынан бик ҙур награда менән бүләкләнде. Ул Башҡортостан Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Үҙ һөнәренә тоғро ҡалған мәктәп директоры Айһылыу Ғәипйән ҡыҙына артабан да бөтмәҫ дәрт, һаулыҡ теләйбеҙ!
Рәзинә Ҡасимова, Яманһаҙ мәктәбе уҡытыусыһы.