

Әнисә Ишбулды ҡыҙы менән яҡындан таныш булмаһам да, уның районыбыҙҙа уҙған барлыҡ сараларҙа ла актив ҡатнашыусы булараҡ күҙәтә килдем. Шулай уҡ апайыбыҙҙың шиғырҙар ижад итеүе хаҡында ла хәбәрҙар инем. Ошо көндәрҙә Юлдыбай ауылына юл төшкәндә, ниһайәт, Әнисә апай менән яҡындан танышып һөйләшеү форсаты тейҙе. Әлбиттә, алдан рөхсәт һорап, килеүемде аңғарттым. Яҡты сырайлы, бөтә ҡиәфә¬тенән нур бөркөлөп торған апай мине ихлас ҡаршы алды, әйҙүкләп өй түренә саҡырҙы. Бер-беребеҙҙе күптән белгән та¬ныштарҙай, һүҙҙәр тиҙ ялғанды.
Ата-әсәһенең көтөп кенә алған тәүге сабыйы Әнисә апай теремек, эшкә әрһеҙ булып буй еткерә. Кесе туғандарын тәрбиәләүҙә, йорт эштәрендә ҙур ярҙамсы була. Тыуған ауылында һигеҙ класс белем алғандан һуң, артабан уҡыуын Юлдыбай мәктәбендә дауам итә. Ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алып, совхозда эш башлап торған йәш ҡыҙға шул йылда бухгалтерҙар курсына йүнәлтмә бирелә. Өфө ҡалаһында ун ай уҡып ҡайтҡан Әнисә апайҙы Юлдыбай ауылының үҙәк контораһына хисапсы итеп тәғәйенләйҙәр. Тәүге мөхәббәтен, буласаҡ тормош иптәшен дә ошо ауылда осрата мәҡәләм геройы. Сәлим Сәғитулла улы Алсынов менән матур итеп туй яһап, яҙмыштарын бергә бәйләйҙәр. Йәш ғаилә Юлдыбайҙа һәүетемсә генә донъя көтөп йәшәп китә. Әнисә апайҙы ауыл советына бухгалтер итеп күсерәләр. Ә иптәше совхозда тракторҙа эшләй, «ҡорос ат»ында икһеҙ-сикһеҙ иген баҫыуҙарын иңләй. Был ваҡытҡа ғаилә лә ишләнә – ике ул һәм ҡыҙҙары донъяға килә.
Балалары бәләкәстән хеҙмәт тәрбиәһе алып, ата-әсәһенең уң ҡулы булып үҫә. Үҙ-ара татыу, күршеләре, яҡындары менән аралашып йәшәй Алсыновтар. Иртә ата-әсәһеҙ ҡалған кесе туғандарын да ярҙамынан өҙмәй Әнисә апай менән Сәлим ағай, һәр береһенә туйҙар үткәреп, оло тормош юлына сығаралар. Йылыға йылан эйәләшә, ти халыҡ мәҡәле. Сәлим ағайҙың ҡустыһына ла уларҙың йортонда урын табыла. Ярҙамға мохтаж ҡәйнешен ситләтмәй, йылы һүҙен йәлләмәй Әнисә апай. Биш йыл матур итеп тәрбиәләп, мәңгелек йортона оҙата. Оло улдарын өйләндереп, олатай-өләсәй булып бәхетле йәшәп ятҡанда ғаилә башлығы ҡапыл мәрхүм була. Ҡайғынан албырғап ҡалған Әнисә апай оло юғалтыуҙы сабыр кисерә, ҡайғыһын эш менән баҫа. Бер аҙҙан, үҙе кеүек пар ҡанатһыҙ ҡалған ҡәйнеше һоратып килгәс, үҙенең дә, уның да ярты йәтим ҡалған балаларын уйлап, ризалығын бирә. Ике ғаиләлә, ике төрлө тәрбиә алып үҫкән алты балаға берегеп китеүе, улар менән уртаҡ тел табыу еңелдән булмай башта ир менән ҡатынға. Әммә сыҙамлыҡ, һәр баланы шәхес итеп күрә белеү уларҙың ғаиләһен бер бөтөн итә. Хәҙер инде Айҙар Ғәлим улы менән бергә йәшәүҙәренә лә утыҙ йылға яҡын ваҡыт үткән.
– Тормош иптәшемдең вафатын ауыр кисерҙем, әммә ни хәл итәһең, тормош дауам итә. Сәлимдең ике туған ҡустыһының да хәләле мәрхүм булғас, өс балаһы әсәйһеҙ ҡалды. Башҡа тормошҡа сыҡмаҫмын тиһәм дә, ҡәйнешем һоратып килгәс, шул бәләкәс балаларҙы йәлләп, икенсенән ауылда йәшәгәс, бар ерҙә лә ир ҡулы кәрәк булғанға, ризалаштым. Ул ваҡытта газды баллон менән алып киләләр ине. Уны тоташтырыу өсөн генә лә кемдәндер ярҙам һорарға кәрәк. Унан ҡалһа бесәнен, утынын алдырыр кәрәк. Ондо ла бит хәҙерге кеүек магазиндан түгел, күрше районға, Ивановкаға барып тирмәндән һалдырып алдыра торғайныҡ. Төрлөһө булды, әммә үкенмәйем, матур йәшәнек. Киләһе көндәребеҙ ҙә яҡты булһын. Балаларыбыҙ үҫте, шөкөр, һинеке, минеке тигән айырым ҡараш булманы. Һәр береһен уҡытып, һөнәрле итеп, оло юлға сығарҙыҡ. Ялдарҙа, байрамдарҙа күстәнәстәрен тотоп атай-әсәй тип ҡайтып инеүҙәре оло ҡыуаныс. Бәхетле генә булһындар, – ти оло йөрәкле әсә.
Йәшлек дәрте менән ғүмерҙең уҙғанын да һиҙмәйһең. Ә олоғайғас тормоштоң йәмен, тәмен, асылын, бар мәғәнәһен төшөнә башлайһың. Ҡайһы арала балалар үҫеп еткән, донъя көтөлгән, эш менән йорт араһында нисек өлгөрөлгән... Әнисә апайҙың Юлдыбай ауылына килен булып төшөп, шунда ғүмер кисереүенә 56 йыл да булып киткән. Заманында ауылдың барлыҡ йәмәғәт эштәрендә актив ҡатнаша, ауыл клубында үҙешмәкәр түңәрәктәргә йөрөй, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы була. Күптән инде дин юлына баҫып, биш намаҙын ҡалдырмай, ураҙа тота. Бөгөн иһә ауыл мәсетендә мөслимәләргә, балаларға дин тәғлимәттәре буйынса дәрестәр бирә, махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ярҙам итеүҙә ҡатнаша, ағинәйҙәр ойошмаһының әүҙем ағзаһы. Балалар араһында уҙғарылған Ҡөрьән аяттарын яттан һөйләү буйынса үткән конкурстарҙа уның уҡыусылары бер нисә тапҡыр призлы урындар яулаған. Районда, ауылда үткән мәҙәни сараларҙың сценарий авторы ла ул. Матур итеп шиғырҙар ижад итә, балалар өсөн әкиәттәр яҙа.
Оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, Әнисә Ишбулды ҡыҙының ҡунаҡсыл өйө һәр саҡ таҙа, бөхтә. Донъяһын сынъяһау итеп тота: өй эсе тулы гөл -сәскә, ихатаһында, өй алды баҡсаһында яҙҙан ҡара көҙгәсә төрлө сәскәләр күҙҙең яуын ала. Йәшелсә-емеш үҫтереүгә лә әүәҫ. Йортоноң һәр мөйөшөнә уның оҫта ҡулы тейгәне һиҙелә. Өйөнөң эсе үҙе сиккән япмалар, һуҡҡан түшәктәр менән биҙәлгән. Бер минут та эшһеҙ, бушты-бушҡа ауҙарып, ҡул ҡаушырып ултырырға яратмаған апайҙың һәр көнө аяғөҫтө үтә. Өй мәшәҡәттәренән бушаған арала ҡул эштәренә тотона, ырғаҡ менән япмалар бәйләй, милли биҙәүестәр яһай. Халҡыбыҙҙың боронғо кәсебе булған турпыша һуғыу, кейеҙ баҫыу менән дә шөғөлләнә. Тирә -яҡҡа билдәле мейес сығарыу оҫтаһы ла.
Күптән түгел үҙенең 75 йәшлек матур юбилейын ҡаршы алған мәҡәләм геройының һөйләрлеге, иҫләрлеге күп. Шулай булмай, сағыу тормош менән йәшәгән бит ул. Үҙен йәлләмәй эшләй, балалар үҫтерә, матур ғүмер кисерә. Бөгөн дә ул күңел биреп йәшәй һәм үткәненә шөкөр ҡыла. Лайыҡлы тормош юлы үткән Әнисә Ишбулды ҡыҙының һәм уның тормош иптәшенең артабан да балаларына, үҫеп килгән йәш быуынға өлгө булып, иҫәнлектә-һаулыҡта йәшәүҙәрен теләргә генә ҡала.
Автор фотоһы.