Ауыл уттары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дәүләт хеҙмәттәре
25 Апрель 2022, 09:57

Хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш бара

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш 1 апрель көнө үк башланды

Хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш бара
Хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш бара

Ул 2022 йылдың 1 апреленән 15 июленә тиклем дауам итә. Запаста булмаған хәрби хеҙмәткә алынырға тейешле 18-27 йәшлек 134 500 гражданды хәрби хеҙмәткә саҡырырға, тип әйтелә документа.
Указға ярашлы, хеҙмәт итеү ваҡыты тамамланған һалдаттар, матростар, сержанттар һәм старшиналар өйҙәренә ҡайта. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенә, ил субъекттарының башҡарма власть органдарына, саҡырылыш комиссияларына хәрби хеҙмәткә алыуға бәйле сараларҙың үтәлешен тәьмин итеү бурысы йөкмәтелә.
https://vk.com/bashkizi

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: