Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дәүләт хеҙмәттәре
18 Апрель 2023, 17:05

Ватан һағына саҡырыу башланды

1 апрелдән хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш башланды. Ошо хаҡта Баймаҡ һәм Йылайыр райондарының хәрби комиссары Хөрмәт Хәмитов менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Ватан һағына саҡырыу башланды
Ватан һағына саҡырыу башланды

– Хөрмәт Хәмит улы, быйылғы яҙғы саҡырылышҡа кемдәр эләгә? Әрмегә барыу йәшен күбәйтәсәктәрме?
– Әрмегә барыусыларҙың йәшен оҙайтыу тураһында һүҙ барһа ла, 2023 йылдың яҙғы саҡырылышында элеккесә, йәғни 18-27 йәштәгеләр Ватан һағына саҡырыласаҡ. Бар егеттәр медицина комиссияһын үтәсәк. Әрмегә барыу йәшен 21-30 йәшкә тиклем күтәреү эше әкренләп алып барыласаҡ. Шулай уҡ Рәсәй Оборона министрлығы Ҡораллы Көстәр сафын хәҙерге бер миллион һалдаттан миллион ярымға тиклем күбәйтергә уйлай. Әйткәндәй, шуларҙың 695 меңе – контракт буйынса хеҙмәт итеүселәр.
– Элекке кеүек хәрби хеҙмәтте ике йылға оҙайтасаҡтармы?
– Юҡ, хәрби хеҙмәт 12 ай дауам итә. 2023 йылдың яҙында һәм йәйендә әрме сафына киткәндәр 2024 йылда әйләнеп ҡайтасаҡ.
– Кемдәр әрме хеҙмәтенән кисектереү аласаҡ?
– Хәрби хеҙмәт медицина күрһәткестәре һәм һаулыҡ торошо буйынса кисектерелә. Был ауырыуҙарҙың исемлек теҙмәһе лә бар: төрлө йөрәк ауырыуҙары, ҡан баҫымының юғары булыуы, күҙҙең насар күреүе (-6- нан алып), катаракта, глаукома, ишетмәү, ашҡаҙан – эсәк ауырыуҙары, яҫы табанлылыҡ, икенсе дәрәжә һимереү, ВИЧ, гепатит, онкология ауырыуҙары, психик сирҙәр һ.б. Шулай уҡ юғары уҡыу йорттарында, аспирантурала көндөҙгө бүлектә белем алған, айтишниктар, ике йәки унан күберәк балиғ булмаған бала тәрбиәләгәндәр, өс йәшкә тиклемге инвалид балаһы булғандар, яүғыҙ атайҙар, ата – әсәһенең опекуны булған егеттәрҙең хәрби хеҙмәте кисектерелә. Был хаҡта тулы мәғлүмәтте хәрби комиссариаттан алып була.
– Әгәр кеше 27 йәше тулғансы хәрби хеҙмәт бурысын үтәмәһә, уға нимә була?
– Ул кеше хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияһында ҡарала. Әгәр уның хәрби бурысын үтәүҙән ҡасып йөрөүе асыҡланһа ул "законһыҙ нигеҙҙә хәрби хеҙмәтте үтәмәгән граждан" булып таныла һәм ошо хаҡта белешмә бирелә. Һөҙөмтәлә ул дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттә, шулай уҡ полиция, росгвардиясылар сафында эшләй алмаясаҡ.
– Хәрби хеҙмәткә саҡырылған егеттәрҙе махсус хәрби операцияға ебәреүҙәре мөмкинме?
– Юҡ, хәрби саҡырылыш буйынса Ватан һағына алыныусыларҙы махсус хәрби операцияға ебәрмәйҙәр. Әммә бер йыл үтеп, хеҙмәт срогын тулғандан һуң, улар мобилизациялау ресурсына эләгә һәм кәрәк саҡта хеҙмәткә саҡырыла алалар.
– Хеҙмәткә алыныу менән устав буйынса йәшәү башланамы?
– Эйе, егеттәр хәрби закондар һәм устав буйынса йәшәй. Улар йыйылыу пунктын үтеү менән, хәрби присяга биргәнгә тиклем үк, РФ Хәрби Көстәренең составына инә. Автомат һәм башҡа кәрәк-яраҡты улар тәғәйен ғәскәргә килгәс аласаҡ.
– Хәҙер контракт буйынса хеҙмәткә китеүселәр ҙә күп. Унда нисек эләгергә?
– Һәр кемгә хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙың беренсе көнөнән контракт төҙөп булыу уңайлығынан эшләү планлаштырыла. Шуға ҡарамаҫтан, хәрби хеҙмәткә яңы алынған һәм контракт төҙөгәндәр тәүҙә 4 ай һәм унан күберәк ваҡыт махсус хәрби һөнәр үҙләштерәсәк. Шунан һуң ғына улар хәрби хеҙмәт урынына ебәреләсәк. Вуз, колледждарҙы тамамлағандар хәрби хеҙмәттең беренсе көнөнән контракт төҙөй ала. Ә кисәге мәктәп уҡыусыларына тәүҙә өс ай әрме сафында хеҙмәт итергә кәрәк буласаҡ. Был ҡағиҙәләр 2023 йылдың яҙғы саҡырылышына ҡағыла.
– Үҙен контракт хеҙмәтенә бағышларға теләүселәргә ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәклеген дә әйтеп үтһәгеҙ.
– Контракт буйынса хәрби хеҙмәт үтергә теләүселәрҙең белешмә-мәғлүмәт хеҙмәтенең берҙәм номеры – 117 телефоны буйынса консультация алыу мөмкинлеге бар. Шулай уҡ, республика Ситуация үҙәгенең 8(347)218-19-19 һәм 122 (кеҫә телефонынан) һандары буйынса мәғлүмәт алырға була. Берҙәм белешмә һәм Ситуация үҙәге көн һайын сәғәт 8.00-ҙән 20.00 сәғәткә тиклем эшләй. Контракт буйынса хәрби хеҙмәт үтеү мәсьәләһе буйынса: иҫәптә торған урын буйынса хәрби комиссариатҡа (комиссариаттарҙың исемлеге һылтанмала бирелә http://clck./33V9P); хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктына мөрәжәғәт итергә була: Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156, тел.: 8(347)248-29-31, 248-18-63. Онлайн-ғаризаны Рәсәй Оборона министрлығының рәсми сайтындағы шәхси кабинетта lkg.mil. ru, Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы "Ирекмән булып йәки контракт буйынса хеҙмәт итеү"сервисы https://clck/ 33X5Vp ярҙамында ҡалдырырға мөмкин.
– Повестка килгәндән һуң нимә эшләргә?
– "Хәрби бурыс һәм хәрби хеҙмәт" законына ярашлы, повестка әрмегә алыныусыға шәхсән һәм ҡултамға ҡуйҙырып тапшырыла. Уны хәрби комиссариат хеҙмәткәре йәки эш, уҡыу урынында бирәләр. Әгәр әрмегә саҡырылыусы өйөндә булмаһа, хәрби комиссар эске эштәр органдарына уны табып килтереуҙе һорап яҙма рәүештә мөрәжәғәт итә.
– Әгәр ниндәйҙер һорауҙар килеп тыуһа, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
– Әрмегә саҡырыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә 3-10-94, 3-16-30 телефондарына мөрәжәғәт итә ала. Һорауҙарығыҙ булһа, шулай уҡ беҙҙең хәрби комиссариатҡа килергә мөмкин.
Г.САЛИХОВА әңгәмәләште.

Автор:Гульфия Музафарова    
Читайте нас: