Ауыл уттары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дәүләт хеҙмәттәре
4 Июнь 2023, 23:38

Йәрәхәтләнгәндәр араһында биш йәшлек бала бар

Аварияның һөҙөмтәләре бик аяныслы...

Йәрәхәтләнгәндәр араһында биш йәшлек бала бар
Йәрәхәтләнгәндәр араһында биш йәшлек бала бар

Учалы районында ҡурҡыныс авария теркәлде. Учалы – Мейәс юлының 19-сы километрында, Ҡаҙаҡҡол ауылы янында Kia Sportage менән ҡаршыһына килгән Hyundai Tucson машиналары бәрелешкән.

Аварияның һөҙөмтәләре бик аяныслы. Ике машинанан ике пассажир урында һәләк булған. Авария урынына килеп еткән “Ашығыс ярҙам” табиптары өс кешене йәрәхәттәр менән дауаханаға алып киткән. Улар араһында биш йәшлек бала ла бар. Асыҡланыуынса, дауаханаға ике водитель дә эләккән. Әле улар Белорет үҙәк дауаханаһында.

Урында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Улар аварияның сәбәптәрен асыҡлай.

Фото: МЧС.

Йәрәхәтләнгәндәр араһында биш йәшлек бала бар
Йәрәхәтләнгәндәр араһында биш йәшлек бала бар
Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: