Ауыл уттары
-1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Дәүләт хеҙмәттәре
15 Декабрь 2023, 09:20

Владимир Путин мобилизацияның икенсе тулҡыны тураһында һорауға яуап бирҙе

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2023 йыл йомғаҡтары буйынса ҙур матбуғат конференцияһы барышында хәбәр итеүенсә, мобилизацияланған хәрбиҙәребеҙ яҡшы һуғыша, улар араһында 14 Рәсәй Геройы бар.

Владимир Путин мобилизацияның икенсе тулҡыны тураһында һорауға яуап бирҙе
Владимир Путин мобилизацияның икенсе тулҡыны тураһында һорауға яуап бирҙе

Хәҙер доброволецтарҙы йәлеп итеү буйынса ҙур кампания бара, уларҙың ағымы туҡтамай, тип билдәләне ул.

Рәсәй армияһына доброволецтар күп килә, тине ул. Көн һайын мең ярым кеше Рәсәйҙең Ҡораллы көстәре сафына баҫа.

«Кисә миңә 486 мең доброволец йыйылыуы хаҡында мәғлүмәт бирҙеләр. Йыл аҙағына тиклем ярты миллионға етергә тейеш, шуға күрә мобилизация булмай», - тип билдәләне Владимир Путин.

Доброволецтар һәм контрактсылар тигеҙ шарттарға ҡуйылырға, дәүләт яғынан бер төрлө ярҙам алырға тейеш, тип өҫтәне ул.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-12-14/vladimir-putin-otvetil-na-vopros-o-vtoroy-volne-mobilizatsii-3565805 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: