Ауыл уттары
-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Яҙғы боҙға яҫтыҡтай булһа ла ышанма

Яҙ йылға-быуа янында йәшәгәндәр өсөн айырыуса хәүефле. Ҡыш буйы боҙҙан йөрөп, мәкелә балыҡ ҡармаҡлап ғәҙәтләнергә өлгөргән кешеләр боҙ ирей башлағас та был ғәҙәттәрен ташлай һалмайҙар. Бының ни ҡәҙәр хәүефле булыуын онотоп ебәрәләр. Боронғолар белмәй әйтмәгән бит: “Көҙгө боҙға көҙгөләй булһа ла ышан, яҙғы боҙға яҫтыҡтай булһа ла ышанма!”

Яҙғы боҙға яҫтыҡтай булһа ла ышанма
Яҙғы боҙға яҫтыҡтай булһа ла ышанма

Ғөмүмән, көндәр йылынып, гөрләүектәр аға башлау менән йылға, быуа буйҙарына яҡын да бармауҙы ҡағиҙә итеп алығыҙ. Был осорҙа бигерәк тә балаларҙан күҙ яҙҙырмағыҙ.
Яҙғы һыу-һүл осорон имен-аман үткәреп ебәрергә теләһәгеҙ, түбәндәге ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәгеҙ:


1. Яҙ көндәр йылытып, ҡар, боҙ ирей башлау менән йылға-быуаларҙа боҙ өҫтөнә сыҡмағыҙ.
2. Боҙ киткән ваҡытта йөҙөү сараларында йылға аша сығырға тырышмағыҙ.
3. Ташҡын ваҡытында бүрәнәләрҙән, таҡталарҙа яһалған һалдарҙа, ағып барған боҙ өҫтөнә баҫып йөҙмәгеҙ.
4. Бер боҙҙан икенсеһенә һикермәгеҙ.
5. Һыу йыуған текә ярҙа тормағыҙ – ишелеп төшөүе ихтимал.
6. Боҙ киткәнен күперҙән күҙәтһәгеҙ, уның яндауырҙары (перила) аша ныҡ эйелмәгеҙ.
7. Боҙ тыҡлыҡҡан урындарға, ҡар һыуы йыйылған соҡорҙарға, канализация люктарына һәм ҡоҙоҡтарына яҡын бармағыҙ, улар тирәһендә уйнамағыҙ.
8. Ташҡын һәм боҙ китеү ваҡытында бик иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ.
9. Һыу-һүл осоронда йылға-күлдәрҙә үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен үтәгеҙ.
Өлкәндәр, ата-әсәләр! Һыу ташҡан, боҙ киткән ваҡытта балаларҙы йылға буйына яңғыҙ ебәрмәгеҙ. Сөнки хатта бәләкәй генә йылға ташҡанда ла күпселек осраҡта күңелһеҙ хәлдәр нәҡ балалар менән була.
Балаларға ташҡын осорондағы хәүефһеҙлек сараларын, ҡағиҙәләрен аңлатығыҙ. Мәктәптәрҙә был темаға конкурстар, викториналар, рәсем дәрестәре, әңгәмәләр үткәреү фәҡәт файҙаға ғына буласаҡ.
Әгәр һеҙ йылғала йәки быуала бәхетһеҙ хәлдең шаһиты булһағыҙ, юғалып ҡалмағыҙ, ҡасып ҡайтып китмәгеҙ, ә кешеләрҙе ярҙамға саҡырығыҙ, түбәндәге телефондарға шылтыратығыҙ:
101 (янғын һағы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә ярҙам итеү хеҙмәте), 102 (полиция), 103 (ашығыс медицина ярҙамы), 104 (газ хеҙмәте).
Ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырыу өсөн берҙәм телефон – 112.
Йылайыр дежур деспетчер хеҙмәтенең телефоны: (8-347-52) 2-18-00.
ИҒТИБАРЛЫ ҺӘМ ҺАҠ БУЛЫҒЫҘ! ЯҘҒЫ БОҘ ҠУРҠЫНЫС!

Й.АҘНАҒОЛОВ, граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгес.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: