Ауыл уттары
+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Янғын хаҡында хәбәр итеүсе автомат ҡоролма һеҙҙең ғүмерегеҙҙе һәм мөлкәтегеҙҙе һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк

Ул янғынды асыҡлай, көслө сигнал бирә һәм йоҡлап ятҡан кешене уята.

Ҡоролманы ҡайҙан алырға – Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре аңлата.

Халыҡтың 15 категорияһына, мәҫәлән, күп балалы ғаиләләргә һәм яңғыҙ йәшәгән оло йәштәге кешеләргә ул бушлай бирелә. Тулы исемлекте ошонда табырға мөмкин: vk.cc/cp8yXl.

Атап үтелгән ҡоролманы алыу өсөн Янғынды иҫкәртеү үҙәгендә эш көндәрендә сәғәт 9.00-ҙан 18:00 сәғәткә тиклем 8 (347) 272-00-24 телефоны аша заявка ҡалдырырға йәки уны электрон почтаға ебәрергә кәрәк: [email protected].

Әгәр һеҙ бер категорияға ла тура килмәйһегеҙ икән, уны электр ҡорамалдары һәм электр тауарҙары магазинында һатып алырға мөмкин.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: