Ауыл уттары
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дәүләт хеҙмәттәре
3 Апрель , 09:42

Һаҡланған-һаҡлаулы, әҙерләнгән тыныс булыр

Яҙғы ташҡын – аяҡ аҫтында ғына. Уға нисек әҙерләнергә, нимәләрҙе күҙ уңында тоторға һуң?Һаҡланыу ҡағиҙәләренә тағы бер иҫкә төшөрөп алыу зыянға булмаҫ.

Һаҡланған-һаҡлаулы, әҙерләнгән тыныс булыр
Һаҡланған-һаҡлаулы, әҙерләнгән тыныс булыр

Яҙғы ташҡындар башланып тора. Һәр беребеҙҙән уяулыҡ, етди әҙерлек талап иткән һыу-һүл мәле быйыл ниндәй сюрприздары, һынауҙары менән килер – берәүгә лә билдәле түгел. Ҡарҙың күп булыуы, йылғаларҙағы, һыу ятҡылыҡтарындағы боҙҙоң ҡалын булыуы, ерҙең туңлығы, һауа торошоноң үҙгәреүсәнлеге, яҙҙың ғәҙәттәгенән һуңлап килеүе лә һағайырға урын ҡалдыра.

Яҙғы ташҡынға нисек әҙерләнергә, нимәләрҙе күҙ уңында тоторға һуң?
Һаҡланыу ҡағиҙәләренә тағы бер иҫкә төшөрөп алыу зыянға булмаҫ.
Һыу-һүл мәленә тиклем нимә эшләргә:
- төрлө сығанаҡтарҙан ташҡын хаҡында мәғлүмәт алығыҙ, ташҡын тураһында хәбәрҙар булып тороғоҙ, инструкциялар менән танышығыҙ;
- ғаилә ағзаларығыҙға ойошҡан һәм шәхсән эвакуация осоронда һәм ҡапыл, аңғармаҫтан һыу килеп баҫҡанда нимә эшләргә икәнлекте аңлатығыҙ;

- халыҡты эвакуациялау урынын алдан асыҡлағыҙ;

- өйөгөҙҙө һыу баҫһа, паникаға бирелмәгеҙ, үҙегеҙҙе ныҡ тотоғоҙ һәм ярҙам килгәнсе йәки һыу ҡайтҡансы бинаның өҫкө ҡатына, бейек урынға менеп тороғоҙ. Шул уҡ ваҡытта сағыу сепрәк (флаг һымаҡ таяҡҡа беркетеп), ут (яҡтыртҡыс) яндырып, тауыш аша ҡотҡарыусыларға сигнал биреү сараларын күрегеҙ;

- ҡотҡарыусылар килһә, сәбәләнмәй генә кәмә йә башҡа нәмәгә ултырығыҙ, уларҙың әйткәненә ҡолаҡ һалығыҙ, кәмә ауыр йөктән батмаҫлыҡ булһын;

- өйөгөҙ һәм ҡалған мөлкәтегеҙ өсөн борсол-мағыҙ – уны хоҡуҡ һаҡлау органдары һаҡлаясаҡ;

- өйөгөҙҙө һыу баҫыу ихтималлығы булһа, ҡайһы ерен баҫасағын өйрәнегеҙ, ҡайҙа китеп тороу мөмкинлеген алдан уйлағыҙ;

- документ, аҡса, ҡиммәтле әйберҙәрегеҙҙе полиэтиленға ныҡлап төрөп ҡуйығыҙ. Сумка йә сумаҙанға иң кәрәкле, мөһим әйберҙәрегеҙҙе тултырып ҡуйығыҙ;

- тәүге ҡаттағы ишек-тәҙрәләрҙе таҡта ҡатып көпләгеҙ;

- утын һәм башҡа ағып китерҙәй нәмәләрегеҙҙе һарай башына йә башҡа юғары урынға күсерегеҙ;

- икенсе ҡатҡа менеү өсөн баҫҡысығыҙ ҡул аҫтында әҙер торһон;

- мал-тыуарығыҙҙы тауға сығарығыҙ. Эттәрегеҙҙе бәйҙән ысҡындырығыҙ;

- подвалдан консерва-ларығыҙҙы, банкаға япҡан аҙыҡ-түлегегеҙҙе өҫкө ҡатҡа алығыҙ, көнкүреш техникаһын да юғарыға мендерегеҙ;

- һыу баҫҡан ерҙән үҙаллы сығырға тырышырға ярамай (ҡотҡарыусылар килеренә өмөт юҡ саҡта ғына мөмкин);

- һыуҙың йүнәлеш һәм тиҙлеген иҫәпкә алып, үҙ-үҙеңде ҡотҡарыуға ентекле әҙерләнергә;

- өйҙән сығыр саҡта электрҙы, газды, мейестәге утты һүндерергә, ишек-тәҙрәләрҙе ябырға, ваҡыт булһа, тәүге ҡаттағы ишек-тәҙрәләргә таҡта ҡатырға;

- әгәр урын-ерҙе һәйбәт белһәгеҙ, һыу ул хәтлем тәрән түгел икән, һыу баҫмаған ергә, бейек биналар булған ергә барырға тырышығыҙ. Әгәр һыу тиҙләп баҫып килгән зонала икәнһегеҙ, ҡотҡарыусыларға сигнал бирегеҙ, әгәр улар юҡ икән, оҙон таяҡ йә һайғау менән һыуҙың кимәлен үлсәп-самалап, ҡоро урынға ынтылығыҙ.

Һыу ағымына эләкһәгеҙ:
- һыу өҫтөндә (өҫкө йөҙөндә) ҡалырға тырышығыҙ;

- бөтә көсөгөҙ менән ярға сығырға, берәй йөҙөп йөрөй алырлыҡ нәмәгә барып етергә тырышығыҙ;

- һыу ағымы ыңғайына йөҙөгөҙ, көсөгөҙҙө һаҡлағыҙ, ярға яҡынайығыҙ;

- өйрөлтмәккә, эләкте-рер берәй әйбергә, ҡаршылыҡтарға эләкмәҫкә тырышығыҙ;

- һыуға батыусыны ҡотҡарғанда йөҙөүсе әйберҙәрҙе йәки страховка арҡанын ҡулланығыҙ;

- аяҡ кейемен, өҫкө кейемде сисеп, ярға табан, яҡындағы ҡоролмаға, утрауға ҡарай йөҙөгөҙ;

- әгәр һеҙ машинала икән, асфальттан сығығыҙ – һеҙҙе ағым алып китергә мөмкин, машинанан сығып, тиҙ генә ҡалҡыу ергә менегеҙ һәм ярҙам саҡырығыҙ.

Һыу ҡайтҡас ни эшләргә?
Өйөгөҙгә ҡайтҡанда һаҡ булығыҙ: конструкциялар – стена, түбә, иҙән ныҡ һәм ышаныслы булыуына инанығыҙ.

Электр утын тоҡандыра күрмәгеҙ – газ сығып тороу сәбәпле шартлау булырға мөмкин.

Эске биналарҙы, әйберҙәрҙе киптерегеҙ, ҡыйҙы таҙалағыҙ һәм биләмә менән бинаны йәшәрлек хәлгә килтерегеҙ.

Ғәҙәттән тыш хәл тыуа ҡалһа, ҡотҡарыусы һәм янғын һүндереүселәрҙең берҙәм телефонына шылтыратығыҙ: ҡала (ауыл) телефонынан – 01-гә, мобиль телефондан – 101-гә. Экстрен хеҙмәттәрҙе саҡырыуҙың берҙәм телефоны - 112.

Автор фотоһы.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: