Тәүге һүҙҙе Донецк Республикаһының Халыҡ йыйылышы депутаты Игорь Краснок алды. Ул Донецк төбәгенең Совет осороноң тәүге йылдарынан алып бөгөнгө хәленә тиклем ҡыҫҡаса байҡау яһаны.
– Бөгөнгө Донбасстың иҡтисады туңдырылған хәлдә тип әйтһәң дә була, шуға күрә Ҙур Рәсәйҙең ярҙамынан башҡа был көрсөктән бер нисек тә сыға алмаясаҡбыҙ, – тине ул.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү буйынса “Ватанды яҡлаусылар” дәүләт фондының Башҡортостан филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина илһөйәрлек тәрбиәләү буйынса үткәрелгән саралар тураһында һөйләне. Һуңғы бер йыл эсендә генә лә ошо филиал илһөйәрлек буйынса 500 сара ойошторған. “Беҙҙә илһөйәрлектән башҡа берләштереү идеяһы юҡ һәм булыуы ла мөмкин түгел” тине илебеҙ Президенты Владимир Путин”, – тип тамамланы ул сығышын.