Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Хеҙмәт стажыңды нисек белергә?

.

Хеҙмәт эшмәкәрлегегеҙ тураһында бөтә мәғлүмәт – стаж, страховка иғәнәләре, иҫәпләнгән пенсия коэффициенттары – барыһы ла шәхси иҫәп торошо тураһындағы мәғлүмәттә һаҡлана.

Документты ҡайҙан алырға була?

Шәхсән Социаль фондта (vk.cc/cleqKt), Күп функциялы үҙәктә йәки дистанцион рәүештә «Дәүләт хеҙмәттәре» аша (vk.cc/cvwNtM).

Әгәр документта хаталар булһа йәки барыһы ла күрһәтелмәһә?

Шәхси иҫәпкә түбәндәге осраҡтарҙа:
- 2002 йылдың 1 ғинуарына тиклемге осорҙағы (гражданды страховкаланған кеше сифатында теркәүгә тиклемге осорҙағы) эш хаҡы күрһәтелмәһә;
- страховка стажы һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге тураһындағы мәғлүмәттәр дөрөҫ булмаһа;
- хеҙмәт кенәгәһендә яҙма булып та, 2020 йылдың 1 ғинуарына тиклемге осорҙағы хеҙмәт эшмәкәрлеге (профессиональ хеҙмәт эшмәкәрлеге) тураһында мәғлүмәт күрһәтелмәһә, төҙәтмә индерергә мөмкин.

Мәғлүмәттәрҙе төҙәтеү тураһындағы ғаризаны «Дәүләт хеҙмәттәре» аша бирергә мөмкин (vk.cc/csmTdF).

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: