Ауыл уттары
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Дәүләт хеҙмәттәре
8 Ноябрь , 10:59

Һәр ерҙә лә өлгөр идарасы ул

Ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр идарасыһының эш үҙенсәлеге  белем һәм оҫталығыңды даими камиллаштырып, яңы закондар, компьютер программалары өйрәнеп тороуға ҡайтып ҡала. Шулай итмәгәндә тормоштан артта ҡалыуың бар.  Ҡәнзәфәр   ауыл биләмәһенең эштәр идарасыһы Гөлфинә Аҡҡужина был турала яҡшы белә һәм заман менән бергә атларға тырыша.

Һәр ерҙә лә өлгөр идарасы ул
Һәр ерҙә лә өлгөр идарасы ул

 Халыҡ ауыл советына үҙен борсоған көнүҙәк мәсьәләләр менән килә – берәүҙәр урамдарҙың яҡтыртылмауына, икенселәр көтөүһеҙ йөрөгән малдар, берәҙәк эттәр  проблемаһына зарлана. Ә кемеһенәлер документтар йыйырға, бәғзеләргә кәңәш бирергә кәрәк. Һәр береһен иғтибар менән тыңлап тиҙ арала теге йәки был  документты әҙерләп бирергә тырыша Гөлфинә Рәүеф ҡыҙы.

Хәҙер,  элекке менән сағыштырғанда күп нимә үҙгәрҙе, эштәр идарасыһының да бурыстары күпкә киңәйҙе. Норматив-хоҡуҡи документтар, отчет әҙерләү, халыҡтың һорауҙарын һәм мөрәжәғәтен ҡарау, хужалыҡ иҫәбен алыу, ауыл советы үткәргән барлыҡ сараларҙа ҡатнашыу һәм башҡа эллә күпме эштәр ошо мөләйем ханым  иңдәрендә. Һуңғы йылдарҙа урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программалары барлыҡҡа килде. Шул программа ярҙамында ауылдарҙы төҙөкләндереү мәсьәләләре  хәл ителә, тимәк, эштәр идарасыһы өсөн тағы ла ҡағыҙ эше арта ғына тигән һүҙ.

Гөлфинә Аҡҡужина был яуаплы вазифала эшләй  башлауына  бына инде туғыҙ йыл. Өфө дәүләт аграр университетын тамамлап ҡайтҡан ҡыҙ тыуған ауылында төпләнә. Яҡшы белгес, ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы ғына түгел - уңған хужабикә лә, бәхетле ҡатын һәм әсәй ҙә. Йорт-ҡураһы мал-тыуар менән тулы, баҡсаһында яҙҙан көҙгә тиклем аллы-гөллө сәскәләр күҙҙең яуын ала. Тырыш ханым бар ерҙә лә өлгөрөргә тырыша.

– Биләмәлә тырыш, сәмсел халыҡ йәшәй, хәкимиәт башлығы Рөстәм Мөхтәр улының һәр башланғысын дәррәү күтәреп алалар, бар яҡлап ярҙам итергә әҙерҙәр. Ауылдаштарҙың шулай әүҙем булыуы ҡыуандыра. Үҙ эшемде яратам, тыуған ауылым, уның халҡы өсөн тырышып хеҙмәт итергә һәр саҡ әҙермен, – ти Гөлфинә Рәүеф ҡыҙы.

Автор:Розалия Такалова
Читайте нас: