Быйылғы йылы миҙгелдә юл төҙөү-ремонтлау эшселәренә бурыстар бигерәк тә ҙур булмаҡсы. Күптән түгел уларға Магнитогорск-Ира трасса буйындағы Йылайыр һәм Үрге Казарма араһы участкаһындағы бер нисә урында ер аҫты һыуы тәьҫире менән барлыҡҡа килгән хәүефле урында эш башларға тура килгән. Был хәүефле урынды тикшергәндән һуң уның водителдәр өсөн бик ҡурҡыныс булыуы һәм унда бер метр тәрәнлектәге һыу йыйылыуы асыҡланған.
Был территорияла ҡурҡыныс хәлдәр һәм авариялар барлыҡҡа килмәһен өсөн райондың ДРСУ ремонт бригадаһы (һүрәттә) ошо көндәрҙә зыянды бөтөрөү һәм уны юғары технологияға ярашлы итеп төҙөкләндереү эше менән әүҙем шөғөлләнә.
Бына шундай «сюрприздар»ы менән дә аптыратып ала икән ул был тәбиғәт. Быларҙың барыһы ла үткән йылдағы йәй айҙарының үтә лә ныҡ ямғырлы булыуынандыр инде.
Евгений ГОРДОВ фотолары.