Ауыл уттары
+29 °С
Облачно
Дәүләт хеҙмәттәре
7 Ноября 2025, 05:05

66 йәшлек пассажир һәләк булған...

Юл ҡағиҙәләрен үтәмәү сәбәпле барлыҡҡа килгән үлемесле хәл Урал аръяғы райондарының береһендә булған.

66 йәшлек пассажир һәләк булған...66 йәшлек пассажир һәләк булған...
66 йәшлек пассажир һәләк булған...

Магнитогорск-Ира автомобиль юлының 260-сы километрында "Лада Гранта" автомобиленең 32 йәшлек водителе ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сыға һәм ҡаршы килеүсе "Вольво" йөк автомобиле менән бәрелешә. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә еңел автомобиль водителе һәм пассажиры төрлө йәрәхәттәр менән медицина учреждениеһына оҙатыла. Һуңыраҡ 66 йәшлек пассажир реанимация бүлегендә йән бирә...

Ауыр юғалтыу... яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ!

Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001239180472 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас