Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Демография
11 Март 2022, 09:40

Бәләкәс ҡыҙҙы һәм уның әсәһен ҡотҡарған табиптарға ҙур рәхмәт!

Улар йәш әсәнең һәм уның ҡарынындағы баланың яҙмышы өсөн бик оҙаҡ көрәшә

Бәләкәс ҡыҙҙы һәм уның әсәһен ҡотҡарған табиптарға ҙур рәхмәт!
Бәләкәс ҡыҙҙы һәм уның әсәһен ҡотҡарған табиптарға ҙур рәхмәт!

Коронавирус менән ауырыған йөклө ҡатын, комала булғандан һуң һау-сәләмәт бәпәйгә ғүмер бүләк иткән.


Бәпәй көткән Олесяла коронавирус барлығын әйтәләр. Үпкәһе 100 процентҡа зарарланған булған. Табиптар уны ИВЛ аппаратына тоташтырырға һәм яһалма комаға ебәрергә тип ҡарар итәләр.


Табиптар йәш әсәнең һәм әле тыумаған баланың яҙмышы өсөн бик оҙаҡ көрәшә. Ҡотҡарыуға өмөт бик әҙ булыуға ҡарамаҫтан улар ҙур тырышлыҡ күрһәтәләр.


Олеся 4 ай буйына комала була һәм 4 март көнө уның ҡыҙы тыуа.


Йәш әсәнең һәм уның бәләкәсенең хәле яҡшы булыуы һөйөндөрә.

 

Табиптарҙың оло хеҙмәте өсөн рәхмәт әйтке килә!

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: