+5 °С
Облачно


Уларҙың ғаиләһендә 13-сө бала тыуған. Ҡотлайбыҙ!
Сабый – ғаиләлә етенсе ҡыҙ, тип хәбәр итте Башҡортостандың юстиция комитеты рәйесе Владимир Спеле.Йылайыр районының Юлдыбай ауылынан Байғоныс һәм Ғәйрифә Алхатовтар йәнә ата-әсә булды. Ишле ғаиләгә ҡыуаныс өҫтәп ҡыҙҙары Сауле донъяға килде.
Әле ошо татыу ғаиләлә Балжан, Руслан, Рөстәм, Мөхәммәт, Ерлан, Мәрйәм, Нурия, Сабия, Фатима, Сафия, Ибраһим, Имран исемле балалар тәрбиәләнә.
Фото:Владимир Спеле, социаль селтәрҙәр.