

Ишле ғаилә Городиловтарҙы ҡотлайбыҙ!
Языков үҙәк район дауаханаһының баш табибы Алмаз Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә Благовар ауылынан Регина һәм Денис Городиловтарҙың ғаиләһендә туғыҙынсы бала донъяға кигән. Сабыйҙың буйы – 61 сантиметр, ауырлығы – 5,100 килограмм.
«Языков үҙәк район дауаханаһы һәм республика перинаталь үҙәге табиптары Регина Радик ҡыҙының барлыҡ тәҡдимдәрҙе лә түҙемлелек менән үтәүен билдәләне. Сөнки һәр йөклөлөк — ҙур яуаплылыҡ талап иткән һынау», – тине баш табип.
Күп балалы атай әйтеүенсә, балалар — көс һәм илһам сығанағы, тормошоңа мәғәнә өҫтәй, яңы маҡсаттарға этәргес бирә. Ғаилә башлығы үҙәк район дауаханаһында водитель булып эшләй, ул үҙ эшеңә тоғролоҡтоң ни тиклем мөһим икәнен белә.